Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Февраль 2021, 12:38

Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда мәшһүр башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллының тыуыуына 190 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ менән юбилей сараларына әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү планын төҙөргә һәм раҫларға тейешле република ойоштороу комитеты составы раҫланды. Тейешле сығымдар республика ҡаҙнаһында ҡаралған бюджет ассигнованиелары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана.
Фото: shareslide.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: