Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Февраль 2021, 13:42

Быйыл Аҡъярҙа республика кимәлендә конкурс үтәсәк

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы ойоштороу комитетының ултырышы үтте

2021 йылда Аҡъяр ауылында уҙғарыласаҡ Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Быйыл бәйге арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 130 йыллығына арнала.
Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Мәмбәтова, район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шорохова һәм методистары, мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байсурин, Хәйбулла районы сәнғәт мәктәптәре директорҙары, түңәрәктәр етәкселәре, ҡурай класы уҡытыусылары, «Түңгәүер» халыҡ ҡурайсылар ансамбле ағзалары ҡатнашты.
Ултырыш барышында конкурс положениеһы ҡаралды, ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу булды. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы алдынан сәнғәт мәктәптәре һәм «Түңгәүер» ансамбле ҡурайсыларына яңы ҡурайҙар һәм костюмдар алырға, Хәйбулла районы буйынса ҡурай фестивале ойошторорға ҡарар ҡабул ителде.
фото:Ҡурай иле - Хәйбулла
Читайте нас: