Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған яғында, Салауат районы Арҡауыл ауылында, 12 февраль – һәр саҡ ҡәҙерле дата. Уның рухын ҡыуандырып, хәтергә алыу саралары был юлы ла дәррәү үтә.
Шағирҙың Арҡауылда урынлашҡан йорт-музейы директоры Луиза Хәйретдинованан аҙна башында “Мин Рәми Ғарипов ижадын яратам” тигән интернет-акция иғлан итеүҙәре хаҡында билдәле булды. Унда мәшһүр шағирҙың шиғырҙары, уларға яҙылған йырҙар, үҙенә бағышлап үткәрелгән сараларҙан видеояҙмалар һалырға мөмкин. Акцияла кесеһе лә, олоһо ла ихлас ҡатнаша. Был сара ай аҙағына тиклем дауам итә.
Бынан тыш, йорт-музейҙа Рәми Ғарипов китаптарынан күргәҙмә эшләй. Мәктәп уҡыусылары менән ойошторолған осрашыуҙа балалар шағир ижады буйынса викторина һорауҙарына яуап бирә, уның шиғырҙарын яттан һөйләй, йырҙар башҡара.
"Көн һайын берәй сара үткәрәбеҙ. Улар төрлө булһа ла, барыһын бер нәмә бәйләй: һәр ҡайһыһында мотлаҡ “Туған тел” шиғыры яңғырай, уны үҙенә күрә флешмоб рәүешендә башҡарабыҙ. Балаларға ғәйәт оҡшай", – ти Луиза Хәбир ҡыҙы.
Шағирға арналған хәтер сараларынан өлкәндәр ҙә ситтә ҡалмай. Кисә ике ауыл – Ахун менән Арҡауыл ағинәйҙәре осрашып, Рәми Ғариповтың, шулай уҡ уға бағышланған шиғырҙарҙы уҡыған.
"Бөгөн Таймый ауылынан уҡыусылар килде. Уларға ла экскурсия яһаныҡ, “Туған тел”де, башҡа шиғырҙарын уҡыныҡ", – ти йорт-музей директоры.
Бөгөн шағирҙың атайсалы иҫтәлекле сараларға айырыуса бай булған. Әҙиптең һәйкәле янында район етәкселеге, урындағы ҡоролтай, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында митинг үткәрелгән, сәскәләр һалынған.
Арҡауылдағы бөгөнгө кис тә ифрат матур. Ни өсөн тигәндә, ауыл мәҙәниәт йортонда Рәми Ғариповтың Хәтер кисәһе үтә. Унда, тәбиғи, әҙиптең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғырай.
Фотолар өсөн Рәми Ғариповтың йорт-музейы директоры Луиза Хәйретдиноваға ҙур рәхмәт!