Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Февраль 2021, 13:17

Ике тарихи-мәҙәни үҙәк төҙөләсәк

Был турала республика Хөкүмәте ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Документта әйтелеүенсә...

Башҡортостандың ике районында – Туймазы һәм Балтаста тарихи-мәҙәни үҙәктәр төҙөләсәк.
Был турала республика Хөкүмәте ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Документта әйтелеүенсә, тарихи-мәҙәни үҙәктәр Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорттары филиалдары эшмәкәрлеген киңәйтеү һәм камиллаштырыу маҡсатында төҙөлә.
Туймазы районында - Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, ә Балтаста Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был муниципалитеттарҙың хакимиәттәренә яңы үҙәктәргә законға ярашлы бина менән ярҙам итеү бурысы йөкмәтелгән.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: