Ысынлап та, табын түрендәге икмәктән дә файҙалы аҙыҡ юҡ. Халыҡтың туҡланыуы яҡшыра, төрләнә, аҙыҡ-түлек күбәйә барһа ла, икмәк әле лә төп ризыҡ булып ҡала. Ул - ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеүҙә ярҙамсы ла.Тормошобоҙҙа икмәк борон-борондан ризыҡ ҡына түгел, ә кешенең әҙәплелеген, кешелеклелеген, иманлылығын күрһәтеүсе төп билдә.
Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Икмәк - йәшәү сығанағы" исҽмле сара үткәрҽлде. Мәҡәлдәр, шиғырҙар мҽнән танышып, икмәктҽ ҙурлап, йырҙар йырлап алдыҡ. Йәнле һөйләшеү алып барылды.
- Эйе, икмәк – йәшәү сығанағы. Аллаға шөкөр,беҙ бөгөнгө көндә яҡшы һәм мул ерле илдә йәшәйбеҙ. Өҫтәлдәребеҙҙәге икмәк күңелгә нур бөркә.
Икмәкте үҫтергән игенсегә, изге мул еребеҙгә беҙ ихтирамлыбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ!