Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Февраль 2021, 11:37

Ҡурайҙа уйнарға, башҡортса бейергә!

Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто башҡорт халҡының рухи-мәҙәни мираҫы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башлай.

Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто башҡорт халҡының рухи-мәҙәни мираҫы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башлай. Бының өсөн видеороликтар төшөрөлә. Эшкә һөнәри оҫталар йәлеп ителгән. Видеороликтарҙы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ютуб-каналында (https://www.youtube.com/домдружбынародоврб) шәмбе көндәре эфирға сығарыу күҙаллана. Был матур яңылыҡты ойошма үҙенең рәсми сайтында хәбәр итте.
Тәҡдим ителгән биш сығарылышта ҡурайҙа уйнауҙың төп нигеҙҙәрен, өзләүҙе, ҡумыҙҙы, башҡорт ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бейеүенең ҡайһы бер хәрәкәттәрен өйрәнеп алырға мөмкин була икән. Ә был серҙәргә кемдәр өйрәтә, тиһәгеҙ, уларҙың исемдәре башҡорт халыҡ сәнғәтен яратҡандарға яҡшы таныш: “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе, ҡурайсы Ринат Рамазанов, күп музыка ҡоралдарында уйнай белгән, ZAINETDIN этно-шоу проекты солисы Заһир Зәйнетдинов, Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина. Тәүге оҫталыҡ дәресенең презентацияһы 6 февраль көнө культура.рф порталында (https://www.culture.ru/) тура эфирҙа төшкө сәғәт 1-ҙә (Өфө ваҡыты менән) башлана. Унда Ринат Рамазанов ҡурай серҙәренә төшөндөрә.
Фото: БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтынан.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: