Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
31 Ғинуар 2021, 12:02

"Юлдаш йыры" еңеүсеһе кем?

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Юлдаш йыры – 2020” асыҡ республика конкурсының йомғаҡ концерты үтте.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Юлдаш йыры – 2020” асыҡ республика конкурсының йомғаҡ концерты үтте. Унда бәйгенең финалына сыҡҡан артистар сығыш яһыны.
“Юлдаш” радиоһы ойошторған күркәм конкурста Гран-при Күгәрсен районынан Нәғим Нуримановҡа тапшырылды.
Социаль селтәрҙәрҙә халыҡ еңеүсене ҡотлап: “Нәғим Нуриманов был еңеүгә ысын мәғәнәһендә лайыҡ!”, “Лайыҡлы урын! Алда тағын ҙур еңеүҙәр насип булһын!” – тип яҙа. Тимәк, баһалама ағзалары ҡарары тамашасы фекере менән тап килә.
Әйтергә кәрәк, финалға сыҡҡан башҡа конкурсанттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларға төрлө номинациялар, бүләктәр тапшырылды. Мәҫәлән, "Тамашасы һөйөүе" номинацияһына интернетта өс башҡарыусы финалға сыҡҡан һәм улар араһынан иң күп тауыш йыйып Хәйбулла ҡыҙы Сажиҙә Игебаева был номинацияға лайыҡ була. Ул һөнәре буйынса тарих уҡытыусыһы, әле күсемһеҙ милек агенты.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: