Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Ғинуар 2021, 11:10

Интернетһыҙ ҙа тормош бар!

Байрамда кемдәр ҡатнашасаҡ?

31 ғинуарҙа Өфөлә Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда Рәсәй студенттары көнөнә һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байрам концерты була. Ойоштороусылар йәштәргә “виртуаль донъя ауынан” ҡотолорға һәм ысынбарлыҡтан ләззәт алырға, компьютерҙарһыҙ һәм смартфондарһыҙ офлайн режимында аралашырға саҡыра.
Байрамда кемдәр ҡатнашасаҡ? Башҡорт эстрадаһы артистары Рөстәм Ғиззәтуллин, Раил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева, Алтынай Вәлитов, ”Zainetdin” этно-проекты, МС Баш һәм “Elvin Grey”лейблы артистары менән күңелле ял итергә теләһәгеҙ, концертҡа рәхим итегеҙ! Сараның лидеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин.
Байрам концерты көндөҙгө сәғәт 12-нән 17 сәғәткә тиклем дауам итәсәк, концерт ҡарау бушлай. Йәмәғәт урындарында битлек кейеү режимы, социаль дистанцияны һаҡлау әүәлгесә күҙәтеләсәк. Үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ!
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: