Быйыл шағир, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланған саралар үткәреләсәк. Тағы яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуыуына – 230, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына – 190, яҙыусы һәм драматург Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу сәбәпле саралар ойоштороу ҡаралған. Былтыр үткәрелергә тейешле халыҡ-ара фольклор ижады фестивале – Бөтә донъя фольклориадаһы – быйыл йәй үткәрелер тип көтөлә.
Михаил Нестеров исемендәге художество музейының 100 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Республика Башлығы Указына ярашлы, был юбилей саралары 2020 йылда булырға тейеш ине. Тик, пандемия сәбәпле, улар кисектерелгәйне.
Айнур Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе” (“Өфөнән һөйөү менән” фильмының дауамы), Булат Йосоповтың “Рәми. Шағир көндәлеге” кинофильмдарының премьералары көтөлә. Әле был проекттар өҫтөндә эш бара.
Алдынғы ижади коллективтарҙың гастролдәре планлаштырылған. 30 ғинуарҙа Милли симфоник оркестр Мәскәүҙәге Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһаясаҡ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры труппаһы Санкт-Петербургтағы Мария театрында һәм Мәскәүҙәге Ҙур театрҙа сығыш яһарға ниәтләй. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә Рәсәй буйлап гастролдәр үткәрергә планлаштыра.
Өфөләге циркты, Рус академия драма һәм Башҡорт ҡурсаҡ театрҙарын үҙгәртеп ҡорасаҡтар. Шулай итеп, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк, Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек башланасаҡ.