Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
31 Декабрь 2020, 12:31

Афарин, беҙҙең ҡыҙ!

17 йәшлек Яна Ғәббәсова Беренсе каналда барған “Голос” проектында еңеү яуланы

Нефтекама ҡалаһынан 17 йәшлек Яна Ғәббәсова Беренсе каналда барған “Тауыш” тапшырыуында еңде. Конкурс финалына яҡташыбыҙ Яна Ғәббәсова (Полина Гагарина командаһы), Олег Аккуратов (Валерий Сюткин), Василий Пасечник (Баста), Дмитрий Венгеров (Сергей Шнуров) сыҡҡайны.
Тамашасыларҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә Нефтекама ҡалаһынан Яна Ғәбәсова еңеүсе тип танылды. 17 йәшлек ҡыҙ һуңғы этаптағы финал тауыш биреүҙә 51,1 процент тауыш йыйҙы. Шулай итеп, 48,9 процент тауыш туплаған Олег Аккуратовты артта ҡалдырып, беренсе урынды яуланы.
“Биш йәшемдә әсәйем менән атайыма, йырлағым килә, тигәйнем. Бейеү, өҫтәл теннисы, йөҙөү икенсе планға күсте. Мин изге күңелле, хисле, йомшаҡ кешемен. Әсәйем менән атайым һәр башланғысымда ярҙам итә. Барлыҡ ғаилә байрамдарына гитара менән барам һәм яратҡан йырҙарыбыҙҙы тыңлайбыҙ”, – тип белдергәйне ҡыҙ.
Финалда Яна Ғәббәсова Полина Гагарина менән бергә “Ҡыш”, тағы үҙе Лара Фабиандың “Je t’aime”, Нина Бродскаяның “Ғинуар бураны сыңлай” йырҙарын башҡарҙы.
Нефтекама ҡыҙына проекттың билдәһен һынландырған статуэтканы музыкаль продюсер Юрий Аксюта тапшырҙы. “Өс егетте еңдең!” – тине ул яҡташыбыҙға. Бынан тыш, Яна Ғәббәсоваға бер миллион һум аҡса, өйҙә тауыш яҙыу студияһы, илебеҙ буйынса сәйәхәт кеүек мәртәбәле бүләктәр тапшырылды.
Фото: runews24.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: