Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Декабрь 2020, 22:50

Кремль шыршыһы - яңыса

Хәҙер уны теләгән һәр кем ҡарай ала. Ә ниндәй телеканалдан?

“Йылдың бишенсе миҙгеле, йәки Кем Яңы йылды уйлап тапҡан” Яңы йыл спектакле Кремль һарайынында тамашасыһыҙ ойоштороласаҡ һәм 31 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән 18.00 сәғәттә “Карусель” каналында күрһәтеләсәк. Шуға ла уны теләгән һәр кем телевизор аша ҡарай аласаҡ.
Уны ҡуйыуға Мәскәүҙең театр һәм кино артистары, Рәсәйҙең Акробатика буйынса йыйылма командаһы, спорт рок-н-роллы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары йәлеп ителгән.
Кремль шыршыһы 7 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты буйынса 19.30 сәғәттә һәм 13 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты буйынса 17 сәғәттә ҡабатлап күрһәтеләсәк.
Фото: ferma-biz.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: