Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Декабрь 2020, 23:03

"Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы булырмы?

Мәскәүҙәге Ҙур театрҙа сығыш яһау йолаға әйләнергә тейеш.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шәфиҡова Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһап, 2020 йылға тармаҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһаны. Ул башҡарылған эштәр, ҙур проекттар тураһында әйтте, 2021 йылға пландар билдәләне.
Быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында иң ҙур ауырлыҡтарҙың береһе мәҙәниәт тармағына төштө.
“Беҙ бик күп учреждениеларҙы яптыҡ, юғалтыуҙар күп булды. Был һынауҙы лайыҡлы үтеп киләһегеҙ, мәҙәниәткә ҡағылышлы сараларҙы талаптарға ярашлы үткәрәһегеҙ, рәхмәт һеҙгә", – тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы өҫтөндә уйларға ҡушты.
– Бигерәк бәләкәй эш хаҡында ултырған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ярҙам сараһын уйларға кәрәк. Мәҫәлән, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” кеүек программа, бының өсөн параметрҙар бар, беҙ уны һөйләштек, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр ауылда мәҙәниәт йорто директоры әүҙем икән, унда тормош та ҡайнап тора, барыһы ла йәлеп ителә. Мәҙәниәт йорттары буйынса эште әүҙемләштерер кәрәк, улар һәр районда, һәр ауылда төрлө хәлдә. Шулай уҡ уларҙы төҙөргә лә кәрәк.
Республика етәксеһе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Мәскәүҙәге Ҙур театр сәхнәһендәге сығышына айырым иғтибар бирергә ҡушты.
– Беҙҙең театр ярты быуат унда сығыш яһаманы һәм бына 2020 йылда мөһим сара булды, беҙҙекеләр “Аттила” операһын күрһәтте. Бик яҡшы ваҡиға булды ул. Йола булдырырға кәрәк, яҙ һайын беҙҙең опера һәм балет театры үҙ сығыштары менән мәскәүҙәрҙе ҡыуандырып торһон. Ҙур театр кимәленә ярашлы булыр өсөн даими әҙерләнеп торорға кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы.
Министр белдереүенсә, әлеге ваҡытта өс яңы спектакль әҙерләнгән.
– Мәҙәниәт учреждениелары Башҡортостанды федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә күрһәтеп торасаҡ. 2021 йылда Мариин театры һәм Ҙур театр сәхнәләрендә сығыш яһау буйынса килешеү бар, – тине Әминә Шәфиҡова.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: