Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Декабрь 2020, 12:58

Кәрәкле һәм мөһим хеҙмәт көтә

“Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре” тип аталған яңы даими серия сыға башланы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов “Фейсбук” социаль селтәре аша күңелле яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Беҙҙең китап нәшер итеү донъяһынан тағы бер мөһим яңылыҡ менән уртаҡлашҡым килә. 2020 йыл һуңында беҙ, Мәжит Ғафури менән Шәйехзада Бабичтың биографияһы һәм ижадына арналған китаптар сығарып, “Китап” нәшриәтендә “Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре” тип аталған яңы даими серияны башлайбыҙ.
Бындай китаптар сығарыу әллә ҡасан кәрәк ине, үҙебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙ юбилейына ҡарата уларҙың әҫәрҙәрен генә түгел, ә биографияларын да баҫтырырға тырышасаҡбыҙ. Һүҙһеҙ, был серия геройҙары булып шағир һәм яҙыусылар ғына түгел, тарихи хәрбиҙәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре торасаҡ.
Проблема шунда, бының кеүек һәр шәхес буйынса уларҙың тормош юлын, ижадын, яулаған үрҙәрен һәм ҡаһарманлығын күрһәткән тикшереүҙәр юҡ. Бындай ғилми биография яҙыу эше еңел түгел, ентекле хеҙмәт талап итә, тик ул бик кәрәк һәм изге”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: