Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Декабрь 2020, 21:00

Байрамда "Арғымаҡ", "Ант" төркөмдәре сығыш яһай

Өфө илдә #ЁлкиАрт акцияһы уҙасаҡ биш ҡала иҫәбенә ингән.

Декабрҙең һуңғы көндәрендә Рәсәй ҡалалары ихаталарында концерттар, ижади сығыштар һәм Яңы йыл оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. “Таврида” резеденты һәм Рәсәйҙәге Ирекмәндәр үҙәге ассоциацияларының “Мәҙәниәт ирекмәндәре” йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәре Яңы йылға #ЁлкиАрт акцияһын ойоштора.
Башҡортостанда, Яңы Уренгойҙа, Судакта, Шуяла, Калугала - саралар ошо биш төп үҙәк майҙанда ойоштороласаҡ. Өфөлә байрам Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡала хакимиәте һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамында уҙасаҡ. Ул 25 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә баш ҡаланың Кузнецов затонында Геологтар урымындағы 51 һәм 51/1 йорттары араһында үткәрелә. Унда теләгән кеше ҡатнашып, күңел асыу мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш #ЁлкиАрт акцияһы республиканың биш районында 11 урында ойошторола.
#ЁлкиАрт акцияһы #МыВместе проектының бер өлөшөнә әйләнәсәк, битараф булмаған һәм ижад кешеләрен берләштерәсәк. Креатив индустрияның йәш вәкилдәре ысын Яңы йыл байрамын бүләк итәсәк, резиденттар популяр йырҙар башҡарасаҡ, бейеү флешмобы ойоштороласаҡ һәм ижади сығыштары менән ҡыуандырасаҡтар. Тамашасылар алдында “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Ант” төркөмө, “Айтуған” башҡорт бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай.
Фото: kuda-mo.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: