Башҡортостанда БСТ каналында телешоу форматында уҙған ике популяр ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
«Башҡорт йыры» телевизион конкурсының финалы 20 декабрҙә тура эфирҙа булды. Гран-приҙы Сибай концерт-театр берләшмәһе йырсыһы Әлфир Заманов яуланы. Артисҡа 30 йәш, сығышы менән Баймаҡ районынан.
Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сибай ынйылары» фольклор ансамбле «Байыҡ» республика телевизион конкурсының Гран-прийын алды (етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова).
«Кәкүк сәйе», «Шаян еңгәләр», «Тол ҡатындар» бейеүҙәрен ҡуйыусы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова.
Сибай концерт-театр берләшмәһенең тағы бер яңы ижади коллективы – «Ынйыҡай» бейеү студияһы конкурс лауреаты булды.
Фото: Сибай концерт-театр берләшмәһенең матбуғат хеҙмәте