Көтөп алған Яңы йыл байрамы етеп килә. Быйыл уны үткәреүҙә сикләүҙәр бар. Улар менән бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә таныштырҙылар.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, быйыл балалар шыршыларында әйлән-бәйләндәр булмаясаҡ. Был биналарҙа ла, тышта үткән шыршы байрамдарына ла ҡағыла.
Яңы йыл ялдары осоронда республикала 21 меңдән ашыу мәҙәни саралар үткәреү планлаштырыла. Уларҙың 9 меңе онлайн тәртиптә, 12 меңе – оффлайн үтәсәк. Быйылғы йыл байрамдарының үҙенсәлеге – улар башлыса тышта, асыҡ һауа аҫтында үтәсәк.
Мәҙәниәт учреждениеларының барыһы ла эшләйәсәк, тик сикләүҙәр менән. Концерт залдары, кинотеатрҙар һәм муниципаль мәҙәниәт йорттарында тамашасылар һаны 30 проценттан артмаҫҡа тейеш. Кешеләр мотлаҡ битлектә булырға, бина даими елләтелергә, унда еүеш йыйыштырыу башҡарылыуы ла мотлаҡ талап. Әйлән-бәйләндәр өлкәндәр өсөн дә тыйыла. Фойеларҙа ҡуйылған шыршылар янында фотозона ғына ойошторорға ярай.
Яңы йыл байрамдары осоронда бөтә дәүләт мәҙәниәт учреждениелары эшләйәсәк һәм балалар өсөн Яңы йыл спектаклдәре менән концерттар күрһәтәсәк. Тик талап үҙгәрешһеҙ – тамашасылар һаны 30 проценттан артмаҫҡа тейеш.
Музей һәм китапханалар халыҡты бәләкәй төркөмдәр менән хеҙмәтләндерәсәк.