Сибай концерт-театр берекмәһендә “Серле мираҫ” мюзиклының премьераһы ҙур аншлаг менән үтте. Унда быуындар бәйләнеше, экологик мәсьәләләр, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, тел, мәҙәниәт кеүек донъяуи темалар күтәрелә.
Яңы алымдар, үҙенсәлекле асыштар, яңы тауыштар менән барған премьераны тамашасылар яратып ҡараны. Һаҡланыу саралары теүәл үтәлде, зал тулы булманы. Теманың көнүҙәклеге, сәхнә биҙәлеше, 3D проекция, уңышлы хореография, костюмдарҙың төрлөлөгө - һәр береһе мюзиклды тулыландырҙы.
Тәүге тамашасылар Сибайҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге "ҡыҙыл зона"ла эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре булды. Артистар табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын сәскәләр менән ҡаршы алып, еңел булмаған көндәрҙәге фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ коллегаларын Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостандағы ойошмаһы рәйесе Рауил Хәлфин ҡотланы.
Әйткәндәй, был тамаша "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль программаһы гранты ярҙамында сәхнәгә сығарылған.
Сценарий авторы - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова; режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова; сәхнә биҙәлеше рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров; композитор - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин; костюмдар буйынса рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова; кейемдәрҙе тегеүсе – Ольга Михайлова; балетмейстер – Александр Родионов; видеоконтентты эшләүсе – Айҙар Йосопов.
Фото Сибай концерт-театр берекмәһе сайтынан.