Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Декабрь 2020, 00:48

Башҡорт йыр сәнғәте һандуғасының тыуыуына – 100 йыл

Бөгөн легендар башҡорт йырсыһы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулды.

Бөгөн республиканың мәҙәни йәмәғәтселеге легендар башҡорт йырсыһы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләне.
Баш ҡалала бөйөк башҡорт йырсыһының яҡты иҫтәлегенә арналған саралар үтте, Мосолман зыяратында ҡәберенә һәм Октябрь революцияһы урамындағы йортҡа ҡуйылған таҡтаташына сәскәләр һалыу ойошторолдо, тип хәбәр итте республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллығын билдәләү тураһында Башҡортостан Башлығының махсус Указы донъя күргәйне. Ошо көндәрҙә йырсының ижадына арнап ойошторолған “Ике аҡҡош” республика конкурс-фестиваленә йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусыларға – сертификат, ә еңеүселәргә диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ конкурс-фестивалгә ярашлы, “Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллығына – 100 йыр” флешмобы ла үтте.
Мәшһүр йырсының 100 йыллығын тыуған яғында ла билдәләнеләр. Ошо айҡанлы Шишмә районының мәҙәниәт учреждениеларында онлайн алымда викториналар, конференциялар һәм лекциялар ойошторолдо. Шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы белем биреү усаҡтарында йырсының тормошона, ижадына арналған асыҡ дәрестәр, "түңәрәк өҫтәл"дәр, күргәҙмәләр уҙҙы.
Ҡатмарлы эпидемиологик хәл-торош сәбәпле, Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы кисәне үткәреү ваҡыты кисектерелде. Хәтер кисәһе 2021 йылдың майында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк тип күҙаллана.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: