Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Декабрь 2020, 23:05

Боронғо артефакттар табылды

*

Нефтекама ҡалаһында тарихи тикшеренеүҙәр, ғилми-тикшеренеү, археологик ҡаҙыу эштәре ойошторолдо. Был сараларҙың маҡсаты – “Һаулыҡ һуҡмағы” төҙөкләндереү зонаһында һәм уның эргәһендәге биләмәлә археологик, тарихи мираҫ үҙенсәлектәренә эйә булған объекттарҙың булыу-булмауы йәһәтенән тикшереү.
Ҡаҙыу эштәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған мәҙәниәт ирекмәндәре ҡатнашты.
Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡала территорияһында Илдиан тимер яһау заводы булған, әммә уның аныҡ урыны әлегә тиклем билдәһеҙ булып ҡала килде. Археологтар был заводтың, уның эшселәре йәшәгән ауыл урынын, неолит дәүерендәге – беҙҙең эраға тиклемге дүртенсе быуат уртаһындағы керамика фрагменттарын тапты. Бөгөнгөбөҙҙән алып иҫәпләгәндә, был керамикаға алты мең йыл. Ғалимдар артефакттарҙы Нефтекама тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырҙы. Коллекция музейҙың “Палеонтология һәм археология” залында ҡуйыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: