Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә өс төп ҡала шыршыһы һәм боҙ ҡаласығы була: Салауат Юлаев, Совет майҙандарында – ике пиксель шыршы, Ленин исемендәге майҙанда – Благовещен районынан килтерелгән урман һылыуҡайы. Шулай уҡ баш ҡаланың барлыҡ райондарында һәм үҙәктән алыҫта урынлашҡан биләмәләрҙә – 16 майҙансыҡта шыршылар ҡуйыла, боҙ ҡаласыҡтары
төҙөлә. Өҫтәүенә ҙур сауҙа үҙәктәре һәм магазиндар янында яңы йыл шыршылары урынлаштырыла.