Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Декабрь 2020, 20:04

Башҡортостанда «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы иғлан ителде

Уға 2021 йылдың 19 ғинуарына тиклем йомғаҡ яһала.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республиканың ҡала-район хакимиәттәре араһында «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсын иғлан итте. Конкурста ҡатнашыу өсөн муниципалитеттарға үҙ биләмәһендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығын һайлап алырға һәм уларҙа уҙғарылған сараларҙы яҡтыртыу эшен ойошторорға тейеш.
Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнә:
– Өфө ҡалаһы ҡала округы эсендәге райондарында «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы»;
– ҡала округтарында «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» (Өфө ҡалаһы ҡала округынан тыш);
– ҡала биләмәләрендә «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы»;
– ауыл биләмәләрендә «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы».
Конкурс 10 декабрҙән уҙғарыла. Уға 2021 йылдың 19 ғинуарына тиклем йомғаҡ яһала.
Читайте нас: