Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Декабрь 2020, 18:26

Гүзәл Уразоваға халыҡ дәғүәләр яуҙыра

/

Яратҡан йырсыбыҙ Гүзәл Уразова ире Илдар менән өс бала тәрбиәләй. Әле дүртенсе сабыйға ауырлы икәнлеген беләбеҙ. Ул балаға тыуырға ла күп ҡалманы буғай.
Тик һәр ваҡыт хәрәкәттәге Гүзәл өсөн ауырлы булыу өйҙә генә ятыу тигәнде аңлатмай. Ул ошо көнгә тиклем үтә әүҙем тормош алып бара, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Элекке кеүек ҙур концерттар һәм гастролдәр булмаһа ла, ҡалалар буйлап ике республика араһында гөрләтеп йөрөй. Сит илгә ялға ла барырға форсат табалар.
Ошо көндәрҙә ул Инстаграмдағы сәхифәһенә Октябрьский ҡалаһындағы сауҙа үҙәгендә сығыш яһағанын һалған. Бында яңы магазины асылған икән. Гүзәл унда үҙе ҡатнашып, дәртле сығышы менән халыҡтың күңелен асҡан.
Видеояҙманан күренеүенсә, эсе ярайһы уҡ ҙурайған. Тик ул рәхәтләнеп йырлай, һикереп төшөп бейей. Фанаттары Гүзәлдең әле һаман әүҙем булыуына, сибәрлегенә һоҡланған. Тик араларында уны киҫәтеүселәр ҙә юҡ түгел.
"Гүзәл, хәүефле ваҡыт бит. Күптәр ОРВИ һәм ковид менән сирләй. Үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ", – тип яҙалар йырсыға.
Шулай уҡ кешеләргә вирус ваҡытында халыҡты йыйыуы ла оҡшамаған. Ысынлап, видеонан күренеүенсә, күптәр битлек кеймәгән, бер-береһенә терәлеп тиерлек торалар. “Былай вирус таратып йөрөгәс, был ковид әле генә бөтмәйәсәк тә”, – тип яҙалар Гүзәлгә.
Ә йырсының иҫе лә китмәй. Киләһе аҙнала ул Өфө ҡалаһында “Простор” сауҙа үҙәгенә килеп, йәнә бер магазинын асасағы тураһында хәбәр иткән.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/G-z-l-Urazova-a-hali-d--l-r-yau-ira-577130/
Читайте нас: