Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, хаҡтар билдәләнгән. Радик Юлъяҡшин 600-700 мең һум гонорар аласаҡ. Артабан Ришат Төхвәтуллин килә - 500 мең һум һораясаҡ. Әйткәндәй, быйыл ул гонорар күләмен өс тапҡырға арттырған. Ә бына Салауат Фәтхетдиновтың 40 минутлыҡ сығышы өсөн 350 мең түләргә кәрәк. Элекке хаҡтан был сумма тағы 100 мең һумға артҡан. Айҙар Ғәлимов иһә бер сәғәтлек концерт өсөн 200 мең һум аласаҡ.