Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Декабрь 2020, 15:18

“Тамыр” сығарған “Юғалсыҡтар иле” фильм-әкиәте Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында еңеү яуланы

Фильмдың режиссерын - яҡташыбыҙ Гөлсәсәк Игебаеваны тәбрикләйбеҙ!

Рәсәй телевидениеһының иң юғары наградаһы – бронза Орфей “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына тапшырылды.
“Тамыр” сығарған “Юғалсыҡтар иле” фильм-әкиәте “ТЭФИ-Регион” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында “Телевизион нәфис фильм/әкиәт” номинацияһында еңеү яуланы.
"15 йыл элек Башҡортостанға тәүге бронза Орфейҙы беҙҙең “Ҡоралай” әкиәте алып ҡайтҡайны, – тине “Тамыр”ҙың директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Орфейҙы ошо әкиәттә иң яҡшы оператор эше өсөн биргәйнеләр. Әле килеп “Юғалсыҡтар иле” уңышҡа өлгәште. Бөтә фильмдар ҙа башҡорт телендә, тәржемәһе тик субтитрҙа. Бөтә Рәсәй конкурсының баһалама комиссияһы ағзаларын икенсе телдәге әкиәт менән ылыҡтырыу еңел түгел".
“Тамыр”ға награданы “ТЭФИ-Регион”дың жюри рәйесе, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, танылған теле һәм кинопродюсер Александр Олейников тапшырҙы. Ул фильмға юғары баһа бирҙе.
Мәғлүм булыуынса, быйыл конкурсҡа бөтә илдән 600-гә яҡын эш тәҡдим ителде. Шуларҙың 459-ы һайлап алынды. Финалға иһә 60 эш сыҡты.
Әйткәндәй, әле “Тамыр” телеканалының ижади төркөмө яңы фильм-әкиәт төшөрә. “Ҡусҡар” тип аталған мауыҡтырғыс әкиәт тарих, бөгөнгө ысынбарлыҡ һәм киләсәк тураһында.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Yu-alsi-tar-ile-b-l-kl-nde-573111/
Читайте нас: