Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Декабрь 2020, 21:57

Ҡылҡәләменән нурҙар тама...

“Борай менән Хәйбулла – ижади илһам сығанағы”

Юҡҡа ғына һүрәттәрҙең тылсымы бар тип әйтмәйҙәр. Бөгөн әңгәмә ҡорған геройыбыҙ ҙа – сәнғәт донъяһында танылған шәхес, ижади йүнәлеше, самими ҡылҡәләме булған, үҙенсәлекле картиналары менән донъя тамашасыларын арбаған һәләтле рәссам, дизайнер һәм педагог. Сулпан Билал ҡыҙы БИЛАЛОВА – Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы.Әле Мәскәүҙә йәшәгән күренекле яҡташыбыҙ – тыу­мышы менән Борай районынан. Ярһыу йөрәкле, матурлыҡҡа табынған Сулпан Билал ҡыҙы билдәләүенсә, ижади булмышына дәрт-дарман өҫтәгән, ҡомарын арттырған сығанаҡтар – фәҡәт башҡорт рухынан, милли тамырҙарҙан. Уның менән ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙоҡ.– Ҡулығыҙға тәүге тапҡыр ҡылҡәләм алып, донъяға бөтөн­ләй икенсе юҫыҡтан – рәссам күҙлегенән баҡҡан осорҙо иҫләйһегеҙме?– Тәүҙә “мотлаҡ рәссам булам” тигән аныҡ ҡарар булыуын-бул­ма­ғандыр, сөнки үҙемде иҫләгән осор­ҙан – балалар баҡсаһына йөрөгән­дән алып балерина бу­лырға хыял­ланғаным хәтеремдә. Әгәр ҙә инде килеп сыҡмаһа, ярар, рәссам бул­һам да ярай, тип уйлай инем. Эйе, бик ныҡ бейергә һәм һүрәт төшө­рөргә яраттым. Ҡулыма ҡәләм, бу­яу эләктеме, рәхәтләнеп нимәлер һыҙ­ғылай башлар инем. Ҡағыҙға ғына тиһегеҙме? Юҡ, стеналар, ул­тырғыс-өҫтәлдәр ҙә ҡал­маны. Шу­ғалыр ҙа, өлкәндәр бе­йеүҙән бигерәк, күберәк һүрәттә­ремде ың­ғай баһаланы. Минең хәтәр килешле итеп ҡуян, эт, бо­ландарҙы тө­шөр­гәнде күреп, баҡса­лағы тәрбиә­се­гә тиклем: “Һай, Сулпан! Рәссам булырһың һин!” – тип һоҡланыуын йәшермәй торғайны. Һөҙөмтәлә тор­моштағы башҡа йү­нә­лештәр ха­ҡында уйлап та ҡара­маным: мот­лаҡ рәссам булырға ҡарар иттем.Үҙемә ҡалһа, тәүге етди эшем тип автопортретымды атарға булалыр. Уны төшөр­гәндә миңә ун йәш самаһы ине. Бының өсөн үҙал­лы етди итеп йөҙ-ҡиәфәтемдең тө­ҙө­лөшөн, пропорцияларын, дәү­мәл-күләмен, ваҡ-төйәк үҙенсә­лек­тәрен өйрәндем. Художество мәктә­бенә йөрөмәй инем, рәсем уҡытыу­сыһы булманы, шуға ла һүрәт тө­шө­рөү серҙәрен үҙаллы, хаталар һәм һынауҙар аша өйрәнергә тура килде.– Картиналарға ҡарап кеше­нең булмышы хаҡында фекер йө­рөтөргә мөм­кинме? Һеҙҙеңсә, тамырҙар, миллилек үҙбилдә­лә­нештең нигеҙен тәшкил итә аламы?– Ысын рәссам төрлө техникала һәм жанрҙа һүрәт төшөрә белергә тейеш, ми­неңсә. Үҙемә ҡалһа, ошо төрлөлөктө һаҡларға тырышам. Шулай ҙа фигуратив композиция­ларға өҫтөнлөк бирәм һәм бигерәк тә балаларҙы, ололарҙы һүрәт­ләргә яратам. Ике баламдың портреттары ла айырым урын биләп тора.Ә инде ижадыма киңерәк күҙ­лектән баҡҡанда, һәр картинам – тормошомда мөһим булған осор­ҙар­ҙың сағыу кәүҙәләнеше ул. Кеше булмышы тылсымлы һауыт төҫлө: ул тыуғандан алып эргә-тирәләге ваҡиғаларҙың, күренеш­тәрҙең, ғәмәлдәрҙең сағылыш­тарын булмышына һеңдерә бара, унан да бигерәк ҡанбабаларҙан күсә килгән генетик хәтер, милли һыҙаттар ҙа сағылмай ҡалмай.Был йәһәттән яҙмышыма бик рәхмәтлемен! Бәхетле бала сағым Хәйбулла һәм Борай райондарында үтте. Мин – көньяҡ менән төнь­яҡ-көнбайыштың симбиозы, йәғни рухи-мәҙәни төрлөлөктөң ыңғай ҡушымтаһы, тип әйтергә мөмкин.Әсәйем Борай яғында тыуып, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалектында һөйләшеп үҫкән, атайым – эҫе ҡояшлы Хәйбулла далаларынан. Бик күп картиналарым тап Әбүбәкер һәм Ҡарайерек ауылдарында үткән күңелле бала саҡ тәьҫораттарының сағылышы булып тора. Ошо төбәктәрҙең ҡабат­лан­маҫ күркәм тәбиғәте, кешеләренең сафлығы, эскерһеҙлеге йөрәгемдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған, тап ошо самими тойғолар – тыуған ергә, баш­ҡорт теленә ҡайнар мөхәб­бә­темдең нигеҙе һәм ижади ҡома­рым­дың сайпылмаҫ сығанағы. Ғө­мү­мән, Борай менән Хәйбулла – минең өсөн ижади илһам шишмәһе ул.Беҙ һәммәбеҙ – тәбиғәт ба­ла­һы... Бынан бер нисә йыл элек Өфө­лә “Таштар йыйыусы” тип атал­ған күргәҙмәм үткәйне. Ул тап тормош юлында йыйылған “таш­тар­ҙың” – үрҙә телгә алынған үҙен­сәлектәрҙең сағылышы булып тора, сөнки һәр кеше йәшәйешенең нин­дәйҙер осорона етһә, фәлсәфәүи һығымталар яһай, тормош ҡиммәт­тәрен баһалай, һығымта яһай...Ҡыҫҡаһы, башҡорт мөхитендә тамырлан­ған рухи булмышым, яҡты, йылы, сағыу бала саҡ хәтирәләре ижад юлым буйлап ҡыҙыл еп булып үтә. Уй-ниәтем – ошо теманы дауам итеү, “Урал моңдары”, “Мин – бала саҡ иленән” темаларына картиналар яҙыу.– Һеҙ күберәк ҡайҙа эшләүгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ: оҫтаха­наламы, әллә асыҡ һауаламы? Беҙгә мәғлүм булыуынса, был техника “пленэр” тип атала...– Картиналарымды оҫтаханала яҙам. Асыҡ һауала эшләү иһә төрлө шарттар талап итә: йылы, ҡоро һа­уа торошо, кешеләр йөрөмәгән ты­ныс урын... Пленэр шулай уҡ на­ту­ранан һүрәт төшөрөүҙе күҙал­лай. Минең эштәрем, нигеҙҙә, быны талап итмәй: абстракт реализм, мо­дерн стилдәрендә эшләүгә өҫ­төн­лөк бирәм. Ғөмүмән, фәлсә­фә­үи уйҙарҙы барлап, хис-тойғоно ҡа­ғыҙға төшөрөү өсөн оҫтаханала үҙ-үҙең менән генә ҡалып эшләргә кәрәк.– Рәссамдар араһында ярат­ҡан ижадсыларығыҙ бармы?– Кемделер айырып билдәләү ҡыйын, сөнки һәр ижадсының эшен­дә ниндәйҙер ҡыҙыҡлы үҙен­сә­лектәр, һоҡланғыс һыҙаттар табам. Мәҫәлән, яҙмыш елдәре таш­лаған һәр яңы илдә, ҡалала художестволы музейҙарҙы күреп китер­гә тырышам, рәссамдар менән танышам, аралашыу күпере һалам, оҫталар­ҙың эштәрен баһалайым. Миңә бөтәһе лә ҡыҙыҡ, бөтәһе лә күңелдә илһам буранын ҡуҙғыта. Шуға ла танылған рәссамдарҙың ғына түгел, ә яңы ижадсыларҙың эштәре аша ла һаман нимәлер өйрәнергә, белемемде арттырырға, ижади йәһәттән үҫергә тырышам.– Ижад юлында ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡала торған ваҡиғалар ҙа була торғандыр...– Нидерландта булған бер хәл иҫтә ҡалған. Донбург ҡалаһында үткән арт-фестивалгә саҡырыл­ғайным. Бер конкурс шарты буйынса, диңгеҙ ярында натуранан һүрәт төшөрөргә тейеш инек. Беҙҙе ерән төҫтәге мөһабәт йөк аттарын ауыр арбаларға еккән милли кейемдәге кешеләр ҡаршы алды. Уларҙы һүрәтләр өсөн һәм­мәбеҙ мольберт-буяуға, ҡылҡә­ләмгә тотондо. Әммә диңгеҙ ярын­дағы һауа торошон бер ваҡытта ла күҙаллап булмай. Әле генә ҡояш балҡып торһа, бер нисә минуттан океан тарафынан көслө ел иҫте, донъя ҡараңғылыҡҡа сумды, шторм башланды. Бер нисә минут эсендә беҙҙең палитралар, буяу­ҙар, ҡағыҙҙар, эшләпәләр өйөрмә менән бергә күккә күтәрелде һәм... диңгеҙ яғына осоп күҙҙән юғалды... Бына шулай ҙа була.Нордвейк ҡалаһындағы арт-фес­тивалдә иһә миңә тәғәйен­лән­гән оҫта­хананы тапмайынса, эшемде ҡараңғы, шарттары булмаған һал­ҡын гаражда эшләй башланым. Иртәгәһенә, ойоштороусылар ҡат­на­шыусыларҙың нисек урынлашыуын һәм эшләүен тикшергәндә, был хәл асыҡланды һәм барыһын да хайран ҡалдырҙы: сабыр итеп, дә­ғ­үә белдермәй генә нисек эшләй ал­дығыҙ? Ойоштороусы мине шунда уҡ махсус йыһазландырылған оҫ­таханаға алып барҙы, буяу-ҡыл­ҡәләмдәр ҡалдырҙы. Беҙҙең илдә иһә ижад кешеләренә бындай иғтибар етеңкерәмәй, тигән һығымта яһаным.– Һүрәт төшөрөүҙән башҡа ижадтың тағы ҡайһы төрө һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы?– Ҡул эштәрен үҙ итәм. Бигерәк тә теген машинаһында үҙемә оҡша­ған яңы әйберҙәр тегергә яратам. Хәҙер, әлбиттә, магазиндарҙа йә­нең теләгән кейемде һатып алыу мөмкинлеге бар. Әммә минең йәш саҡтарым һәр йәһәттән дефицит заманына тура килде. Ошо осорҙа үҙемә һәм балаларға бөтә кейем-һалымды, хатта пальто-куртка, эшләпәләргә тиклем үҙ ҡулдарым менән тегергә тура килде. Хәҙер иһә күберәк милли кейем, этно­би­ҙәүестәр, аксессуарҙар тегәм. Әйткәндәй, хәҙер этно-артфес­тивалдәр бик популяр. Унда мин башҡорт халҡының милли мотивтарына нигеҙләнгән картиналарымды тәҡдим итеү менән бер рәттән, күргәҙмәләрҙе асырға ла фәҡәт башҡорт милли кейемендә барам.– Әлеге тынғыһыҙ осорҙа ҡылҡәләмгә ни тиклем йыш тотоноп була? Күргәҙмәләрҙә ҡатнашаһығыҙмы?– Һүрәт төшөрөү – тормош рәүе­шем, булмышым, ижади илһамым, мауығыуым, донъяуи фәлсәфәм, шул уҡ ваҡытта килем килтергән шөғөл дә.Ижадымдың сәнғәт һөйөүсе­ләр­ҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы ла дәрт-дарман өҫтәй. Йылына уртаса ике-өс халыҡ-ара, бер нисә ҡала күргәҙ­мәләрендә ҡатнашам. Йыш ҡына төр­лө саҡырыуҙар алам, әммә бөтә­һенә лә өлгөрөү мөмкин түгел. Нидерландта ҙур оҫтахана бар, ваҡы­ты-ваҡыты менән унда юлланам һәм ижад донъяһына сумам. Геффен ҡалаһындағы галереяла иһә картиналарым даими күргәҙ­мәгә ҡу­йылған. Мәскәүҙәге оҫта­ха­нама килгәндә, ул бер аҙ бәләкә­йерәк тигән фекерҙәмен, киләсәктә ҙуры­раҡҡа алмаштырырға хыялланам.– Улайһа, ошо урында “Нидер­ланд – Мәскәү – Башҡортостан” ижади маршруты хаҡында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине...– Әле Мәскәүҙә йәшәйем һәм эшләйем, тип әйткәйнем инде. Ғаиләм, балаларым да бында. Мөмкинлек килеп сығыу менән Башҡортостанға юлланам: тыуған ерем – төп илһам сығанағы, йәшәү көсө биргән изге урын.Нидерланд дәүләтенең Геффен ҡалаһында урынлашҡан ижади студияма иһә хәҙер йылына ике тап­ҡыр барам, оҫтаханала эшләйем. Урындағы халыҡ менән аралашам, улар өсөн монотипия, акрил менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дә­рестәре лә үткәрәм. Бынан биш йыл элек “Көнбайыш һәм Көнсығыш араһында” күргәҙмәһен ойош­торғайным. Тыуған еремдә һәм унда яҙылған эштәрем бер-береһенән бик ныҡ айырыла.Нидерланд – төньяҡтағы ил, бында һауа торошо, нигеҙҙә, болот­ло, йыш ҡына ямғырлы була. Шуға ла тамашасылар, ғәҙәттә, сағыу, яҡты картиналарҙы үҙ итә. Һәр хәлдә Көнбайыштағы арт-баҙарҙа шундай һүрәттәргә ихтыяж ҙурыраҡ. Абстракция, формализм, сюрреализм, фэнтэзиға ла ҡыҙыҡһыныу ҙур.Беҙҙең илдең сәнғәт һөйөүсе­ләре иһә академик оҫталарҙың традицион һынлы сәнғәтенә мөкиб­бән. Унан тыш, беҙҙең илдә реалистик йүнәлешле, ҡеүәтле художество мәктәптәре эшләп килә. Шуға ла Рәсәйҙә төрлө йүнәлеш­тәрҙә уңышлы эшләгән һәләтле рәссамдар байтаҡ. Мин үҙем дә реалистик ҡараш элементтары булған күп фигуралы композициялар төшөрөргә яратам.Академик һүрәт рәссам шәхесен нығытыу өсөн мөһим булһа, икенсе яҡтан, ул ижадсыны бер аҙ ҡалыптар эсенә индерә. Шуға ла ҡайһы саҡта ҡанундарҙан бер аҙ ситкә тайпылырға, яңылыҡтарҙы һынап ҡарарға, үҫешергә кәрәк.Рәсәй һәм Нидерландты сағыш­тырғанда, улар үтә ныҡ айырыла. Беҙҙә – тәбиғәт иркенлеге, киңлек. Шундай байлыҡ өҫтөндә йәшәйбеҙ, әммә күрмәйбеҙ һәм баһала­май­быҙ. Нидерландта иһә һәр ер май­ҙансығы иҫәптә, улар бөхтәлектә, тәртиптә тотола. Таҙалыҡ көслө. Бөтә биләмәләр – шәхси ҡулдарҙа, шуға ла сәскәле ялан буйлап йүге­реп үтермен тимә. Урманда йө­рөргә лә, йылғала балыҡ тоторға ла ярамай. Бөтә ер зоналарға бүленгән. Әлбиттә, йәмәғәт парктары һәм юлдары бар, әммә унда ла һәр ағасҡа номер һуғылған, матур итеп ҡырҡылған. Кешеләр иң яҡын туғандарына ла алдан хәбәр итеп кенә бара...Мин ни тиклем сәйәхәт итергә, үҙем өсөн яңылыҡтар асырға, яңы кешеләр менән танышып-арала­шырға, мәҙәни күренештәрҙе, традицияларҙы өйрәнергә яратһам да, тыуған илемә, еремә, халҡыма ғашиҡмын. Шуға ла, сит илгә ни тиклем ашҡынып барһам да, ваҡыт үтеү менән юҡһына, һағына башлайым һәм тиҙ генә Тыуған илемә әйләнеп ҡайтырға тырышам.– Әлеге ваҡытта ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ? Планда­рығыҙ?– Заказ буйынса бер нисә картина яҙам. Бер үк ваҡытта республикабыҙҙың балалар журналы “Аҡбуҙат” өсөн дә иллюстрациялар яһауымды дауам итәм – был күптәнге матур йола. Ике Мәскәү шағиры – А. Елин менән Н. Антоновтың китаптарын биҙәүгә лә тотонмаҡсымын. Шулай ҙа иң ҙур пландар “Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән” темаһына бәйле картиналар яҙыу менән бәйле. Алла бойорһа, был күләмле картиналар серияһы буласаҡ.– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!Биографик белешмәСулпан Билалова Борай ауылында тыуған. Ғаиләһе республиканың төрлө ҡалаларында йә­шәгән. Каникул осоронда ата-әсәһе Сулпанды һәм башҡа балаларын Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында йәшәгән ҡартәсәһенә һәм Борайҙағы өләсәһенә сиратлап ебәрә торған булған.Мәләүез ҡалаһының 1-се урта мәктәбен тамамлаған. 1982–1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының художестволы графика факультетында уҡыған. Хеҙмәт юлын 1987 йылда Дүртөйлө ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булараҡ башлаған. 1990–1999 йылдарҙа Өфөнөң 2-се педагогия колледжында эшләгән.1999 йылдан 2007 йылға тиклем “Аҡбуҙат” республика балалар-үҫмерҙәр журналының бүлек мөдире, яуаплы секретары вазифаларын башҡарған.2007 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. 2015 йылға тиклем “АРС Комьюникейшнс” компанияһында арт-директор булып эшләгән. 2016 йылдан Сулпан Билалова – ирекле ижад юлында. Төрлө стилдәрҙә һәм жанрҙарҙа эшләй.Рәссамдың ҡыҙы Элиза Мәскәүҙәге Технология һәм дизайн университетының сәнәғәт дизайны факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Улы Олег Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының математик иҡтисад һәм информатика факультетында белем алған, магистратура тамамлаған. Рәссамдың иң ҙур ғорурлығы – балалары. “Улар һәр саҡ уҡырға һәм уҡырға, тырышырға, эшләргә кәрәк икәнлекте аңлап үҫте. Был – минең тормош фәлсәфәм. Юғары уҡыу йорттарына үҙҙәре инде, тормош юлын үҙҙәре һайланы. Мин иһә улар өсөн һәр саҡ ыңғай өлгө булырға тырышам”, – ти Сулпан Билалова.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/yl-l-men-n-nur-ar-tama-/
Читайте нас: