Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Декабрь 2020, 21:52

"Тик ҡыҙ ғына тапма!.."

Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың тормошонан ниҙәр билдәле булды?

Йырсылар Гөлназ Асаева менән Виллиҙың тормошон күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Йәй йәштәрҙең никахы үтте, ә туйҙары әлегә булманы. Улар ҡасан рәсми өйләнешер?
Был турала Гөлназ "Интертат" баҫмаһына хәбәр иткән.
"Алла бойорһа, туй буласаҡ. Апрелдән һуң, моғайын. Яйлап әҙерләнә башланыҡ. Ҡунаҡтар күп булмаҡсы, 400-ҙән ашып китә. Икенсе яҡтан, пандемия ваҡытында күп кеше йыйыуы ла ҡурҡыныс. Тик мин бит беренсе тапҡыр кейәүгә сығам, туйһыҙ мөмкин түгел. Беренсеһе һәм һуңғыһы булһын! Һәр ҡатын-ҡыҙҙың матур күлдәк кейеп кейәүгә сыҡҡыһы килә бит", - тигән ул.
Ә бына бәпес тураһында йәштәр әлегә уйламай.
"Минеңсә, әсәй булыу - ҙур яуаплылыҡ. Ныҡлап әҙерләнергә кәрәк. Ә мин әле - үҙем бала, уйнап-көлөп кенә йөрөйөм", - тигән Гөлназ.
Вилдан иһә ҡыҙ тыуыуын теләмәй икән. Ҡатынына: "Тик ҡыҙ ғына тапма! Уның өсөн йөрәгем өҙөләсәк..." - тип әйткән.
Йәштәрҙең барыһы ла яҡшы булһын, тип теләйбеҙ. Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Tik-i--ina-tapma-571569/
Читайте нас: