Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Ноябрь 2020, 10:32

“Хазина”ла – Үҫәргән һылыуы

Миләүшә Хәйбуллинаның “Хазина” бейеү клибындағы образдары тураһында ентекләберәк һөйләүҙе дауам итәйек.

Миләүшә Хәйбуллинаның “Хазина” бейеү клибындағы образдары тураһында ентекләберәк һөйләүҙе дауам итәйек.
Этнограф – Сәлимә Усманова. Фотограф – Эдуард Дилмөхәмәтов.
2-се образ – Үҫәргән ырыуы ҡатын-ҡыҙы.
Көньяҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме (Ейәнсура районы).
"Вәл" йәки дебеттән бәйләнгән селтәр шәл. Ҡашмау, селтәр, сарыҡ, етен туҡыманан елән, күлмәк (диалект һүҙе – С. Усманова иҫкәрмәһе).
Ҡашмау — баш кейеме. Уны никахҡа ингәндең иртәгәһенә йәш киленгә кейҙергәндәр. Ир ҡатынының баш кейеме тип иҫәпләнә. Елкәнән арҡа буйлап биҙәкле «ҡойроҡ» — арҡалыҡ тегелгән, ул ҡатындың толомдарын ҡаплап торорға тейеш булған. Ҡашмау тәңкә, мәрйен-сәйлән менән биҙәлгән, сигелгән биҙәктәр ҙә һалынған. Биҙәлешенә ярашлы, ҡыҙыл, ҡуйы ҡыҙыл, көрән төҫтә булған.
Селтәр – күлдәк йәки камзул өҫтөнән кейелгән биҙәүес. Мәрйен, сәйлән, ваҡ диңгеҙ ҡабырсағы, тәңкәләр баҫып биҙәлгән. Ғилми сығанаҡтарҙа, уның баһаһы бер һыйыр йә ат хаҡына торошло, тип билдәләнә.
Сарыҡ – буҫтау ҡуныслы, иләнмәгән тиренән тегелгән традицион аяҡ кейеме.
Миләүшә Хәйбуллина был матур кейем менән тәьмин иткәне өсөн “Селтәр” ижади ойошмаһы етәксеһе Әлфиә Әхтәриеваға рәхмәт белдерә.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: