Хәйбулла хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Ноябрь 2020, 18:28
Республикала «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәр конкурсы башлана
/
Башҡортостанда «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәрҙең республика онлайн-конкурсы башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.
Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыу өсөн башҡорт шағирының бер шиғырын туған телдә яттан һөйләп, видеороликты «Шиғыр һөйләүселәр конкурсы» билдәһе менән FOTOIKS@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Ғаризала ҡатнашыусының исем-шәрифен, йәшен, уҡыған йәки эшләгән урынын, әҫәрҙең исемен һәм авторын, бәйләнеш өсөн телефонды, электрон адресты күрһәтеү мөһим.
Конкурс 2020 йылдың 20 ноябренән 6 декабренә хәтлем биш йәш категорияһында ойошторола (5 йәшкә тиклем; 7-10 йәш; 10-15 йәш; 16-25 йәш һәм 25 йәштән өлкәндәр). Конкурсҡа йомғаҡ 14 декабрҙә,
Башҡорт теле көнөндә
яһала.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге.
Видеороликтар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ютуб-каналында баҫыла. Положение менән учреждениеның
сайтында
танышырға мөмкин.
Фото: автор.
Ләйлә Аралбаева.
https://www.bashinform.ru/bash/1523086/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"