Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Ноябрь 2020, 18:34

Мәскәү башҡорттары мәҙәниәте көндәре үтә

/

21 ноябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәрен уҙғара. Эпидемиологик хәл-торош арҡаһында саралар онлайн рәүештә үтәсәк.
Төп сараларҙың программаһы өс өлөштән тора. Уның тәүгеһе Башҡорт теле йылына арнала. “Башҡорт теле мегаполиста: тенденциялар һәм перспективалар” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеүҙә рәсми органдар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнаша. Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Андрей Федоров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына нигеҙ һалған һәм уның тәүге рәйесе Рәйсә Сырлыбаева һәм башҡаларҙың сығыш яһауы көтөлә.
Шулай уҡ был көндө башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм йәмәғәт тормошона тос өлөш индергән әүҙемселәр тәбрикләнәсәк, милли кейем, тирмә алыу өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ. Сараларҙың тәүге өлөшө Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайына штандарт тапшырыу менән тамамлана.
Икенсе өлөштә Zoom платформаһында Мәскәү башҡорттары тарафынан ойошторолған ҡыҫҡа лекциялар тәҡдим ителәсәк. Спикерҙар араһында М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина, билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков һәм башҡа шәхестәр бар.
Мәҙәниәт көндәренең өсөнсө өлөшөндә – үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары тарафынан әҙерләнгән концерттың трансляцияһы. Һәүәҫкәр артистарҙың сығышын Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының ютуб-каналында ҡарарға мөмкин.
Сара алдынан Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин ойошма эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
“Мәскәүҙәге этномәҙәни лингвистик клуб Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын яуланы. Был балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә башҡорт телен өйрәтеү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр асты. Беҙ киң таралған педагогик методикаларҙы һәм башҡорт телен өйрәнеү буйынса традицион алымдарҙы берләштергән программа уйлап таптыҡ. Ул тел һәм мәҙәниәт мөхитенә еңел генә инеп китергә, мауыҡтырғыс итеп шөғөллөнергә, иң мөһиме – яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Балалар дәрестә туған телендә аралаша, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнә, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныша, уйындар уйнай, йырлай, бейей, шиғырҙар ятлай. Авторлыҡ методик ҡулланмаһы әҙерләп сығарҙыҡ, уның менән башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә файҙалана ала. Әсбап ике өлөштән тора, тәүгеһе – уҡытыусылар өсөн методик ҡулланмалар, икенсеһе – эш дәфтәре”, - тип һөйләп үтте Салауат Әхмәҙуллин.
Ғөмүмән, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен үҫтереү һәм уны өйрәтеү йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара. Мәҫәлән, әле әүҙем йәштәр сайт булдырыу өҫтөндә эшләй.
“Был порталда башҡорт телен өйрәтеү, уҡытыу йәһәтенән барлыҡ тәжрибәбеҙ тупланасаҡ. Башҡалар ҙа ҡарап өйрәнә алһын өсөн файҙалы видеояҙмалар һаласаҡбыҙ. Бынан тыш, башҡорт китапханаһы ойошторабыҙ. Ул ҡоролтай кабинетында урын аласаҡ. Әлеге мәлдә грант аҡсаһына китаптар, йыһаздар һатып алабыҙ”, - ти Салауат Әхмәҙуллин.
Фото: novyjgod.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/M-sk--bash-orttari-m--ni-te-k-nd-re-t-549999/
Читайте нас: