Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Ноябрь 2020, 15:39

Еләктәй матур сағын ҡаршы алған

/

М. Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, моңло тауышлы йырсы булып та танылған Гөлшат Ғайсина күркәм ғүмер байрамын билдәләне.
Еләктәй матур сағын ҡаршы алған актриса кисә көн дауамында бихисап ҡотлауҙар ҡабул иткән. “Шундай матур, йылы һүҙҙәр, изге теләктәр ишеттем! Дуҫтарыма, коллегаларыма, туғандарыма, ғаиләмә, тамашасыларыма ҙур рәхмәт! Уларҙың изге теләктәре үҙҙәренә лә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!
Иртәнсәк үк курьер Францияла уҡыған ҡыҙымдың ҡотлау сәләмен – матур гөлләмә һәм бүләк алып килеп тапшырҙы. Көнөм бик матур үтте, Аллаға шөкөр!” – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты актриса.
Белеүебеҙсә, 7 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында Гөлшат Ғайсинаның “Күперҙәр” тип аталған концерты үтергә тейеш ине. “Концертым әлегә март айына күсерелде, Алла бирһә, бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау булып осрашырға яҙһын!” – тине Гөлшат.
Талантлы актрисаны күркәм байрамы менән тәбрикләп, уңыштар, яңынан-яңы сағыу ролдәр, именлек һәм һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: Г. Ғайсинаның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/El-kt-y-matur-sa-in-arshi-al-an-547748/
Читайте нас: