Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Ноябрь 2020, 11:17

Бибисара Азаматова урамы барлыҡҡа киләсәк

Халыҡ менән осрашыуҙа республика Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Темәс ауылы халҡы менән осрашҡайны.
Унда кешеләр, яҡташтары Бибисара Азаматованың исемен мәңгеләштереү маҡсатында, район ауылдарының бер урамына уның исемен биреү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Радий Хәбиров был тәҡдимде хуплап, эш башларға ҡушты.
Әле район хакимиәтендә ошо мәсьәлә хәл ителә. Йырсы сығышы менән Мерәҫтән, шуға күрә Бибисара Азаматованың исемен шул ауылдағы урамға биреү күпкә дөрөҫ буласаҡ, ти Баймаҡ етәкселәре.
Билдәле булыуынса, халыҡтың оло һөйөүен яулаған йырсы коронавирус сиренән октябрь айында 72-се йәшендә вафат булды.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: