Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Ноябрь 2020, 16:35

«Мираҫ» ансамбле сығыштарын Колумбия телевидениеһында күрһәтәләр

12-14 ноябрҙә ансамбль халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһай

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Әйтәйек, 12-14 ноябрҙә ансамбль XVIII «A world of dance that saves life, collecting knowledge» халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһай, ул Колумбияның Сантьяго-де-Кали ҡалаһында ойошторола. Пандемияға бәйле быйыл ул онлайн үткәрелә.
«Мираҫ» ансамбле «Йыуаса» һәм «Илкәйем» йыр-хореография композицияларын күрһәтә. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың сығыштары Сантьяго-де-Кали ҡалаһының «Telepacífico» урындағы төбәк йәмәғәт телевидениеһында, шула уҡ Фейсбукта һәм Инстаграмда Халыҡ мәҙәниәт институтының рәсми төрөмдәрендә трансляциялана. Тамашасылар Колумбия, Аргентина, Конго, Индонезия, Рәсәйҙең музыкаль коллективтарының концерт номерҙарына ҡарарға мөмкин.
Йыл һайын «Мираҫ» ансамбле фольклор байрамдарында һәм фестивалдәрендә ҡатнаша. Коллективтың ижады Рәсәй һәм донъя тамашасыларына таныш. Ансамбль Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия кеүек илдәрҙә сығыш яһаны.
Фестивалде ойоштороусылар — Колумбия мәҙәниәт институты, Колумбия фольклоры һәм бейеүе мәктәбе. Сара Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы булышлығында уҙғарыла. Фестивалдең маҡсаты – донъя халыҡтарының бейеүҙәрен популярлаштырыу, төрлө мәҙәниәттәрҙе ижадҡа ылыҡтырыу, традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү.
Читайте нас: