Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Ноябрь 2020, 22:46

Өфөнөң көнсығышында хазина табылды!

Төҙөлөш ваҡытында табылған байлыҡ ҡайҙа тапшырыласаҡ?

Өфөлә Көнсығыш яҡтан сығыу юлын төҙөү ваҡытында ер аҫтынан хазина тапҡандар.
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә яҙҙы. Уның һүҙҙәренсә, ер аҫтынан табылған әйберҙәр неолит осороноң, баҡыр, урта һәм 18-се быуаттар археологияһының ҡиммәтле ҡомартҡыларын тәшкил итә.
Был биләмәлә 2017 йылда уҡ әле баҡырҙан, таштан яһалған әйберҙәр, уҡ баштары, керамик һауыттар, ат егеү кәрәк-ярағы, тинлек аҡса һәм башҡа бик күп әйберҙәр табылған.
Әлеге көндә ғалимдар артефакттарҙы йыйыу эшен тамамлап, уларҙы эшкәртеп, Рәсәй Дәүләт музей фондына тапшырыу этабына еткән. Табылдыҡтарҙың бер өлөшө Башҡортостан Милли музейына биреләсәк.
Фото: Vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: