Алтын көҙҙө йәмләп, бейеү сәнғәтен һөйгәндәргә дәрт өҫтәп, күптән түгел Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт ойошмаһы хореография сәнғәте байрамы – бейеү фестивале үткәрҙе.
Фестиваль барышында тура эфирҙа хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирелде. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары: Эльвира Дауытова менән Рәил Лоҡманов – башҡорт бейеүенең киң таралған элементтарына, Рөстәм Хәйруллин менән Наталья Хәйруллина сыуаш һәм мари бейеүҙәренә өйрәтһә, Бейеү театры солистары Сулпан менән Рудамир Басировтар татар бейеүе буйынса һабаҡ бирҙе.
“Һәр бейеүҙә – халыҡ рухы” тигән концерт программаһы иһә тамашасыларға ысын мәғәнәһендә бүләк булды. Был сара Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” тигән дәүләт программаһына ярашлы ойошторолдо.
Бейеү театры коллективы башҡорт, татар, рус, сыуаш, азербайжан, мари, ҡалмыҡ һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәрен, хореографик композициялар башҡарҙы. Был кистә балет артистары тамашасыларҙы билдәле балетмейстерҙар Хәлил Ишбирҙин, Риф Ғәбитов, Декалу Музакаев, Айрат Хәмәтов, Анатолий Музыкантов, шулай уҡ талантлы йәш хореографтар – Алексей Шишкин, Арман Нурмөхәмәт улы, Эльвира Дауытова һәм Рөстәм Хәйруллиндар ҡуйған бейеүҙәр менән ҡыуандырҙы. Тамашасыларға “Байрам сюитаһы” тигән рус бейеүе премьераһы ла тәҡдим ителде.
Был репертуарҙағы һәр бейеү үҙенә күрә бейеү спектакле, халыҡ тормошонан алынған тамаша булып күңелгә уйылды.