Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ноябрь 2020, 23:42

Йәш таланттар бәйгегә саҡырыла

Конкурсҡа эштәр 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙең исемдәре 30 ноябргә тиклем билдәләнә. Ижади ынтылыштарығыҙҙы һынап ҡарағыҙ, дуҫтар!

Башҡортостан Республикаһының Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы “Рәсәй балалар фонды”ның Башҡортостандағы бүлеге менән берлектә Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыу уңайынан уның ижадына арналған республика конкурсы ойоштора.

Ижади эштәр бәйгеһендә ҡатнашырға 8 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге йәш таланттар, Башҡортостан китапханасылары саҡырыла. Конкурс өс номинацияла үтә:

3 шағирәнең шиғри йыйынтыҡтарына арналған һүрәттәр, иншалар;

3 шиғырҙарына яҙылған йырҙар буйынса һүрәттәр, иншалар;

3 балалар өсөн пьесалары буйынса һүрәттәр, иншалар.

Конкурсҡа эштәр 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙең исемдәре 30 ноябргә тиклем билдәләнә. Ижади ынтылыштарығыҙҙы һынап ҡарағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: