Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Ноябрь 2020, 19:11

Флешмобтарға ҡушылығыҙ!

Быйыл театрҙар, филармониялар, китапханалар һәм музейҙар Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сараларҙы – концерттарҙы, экскурсияларҙы, оҫталыҡ дәрестәрен онлайн тәртиптә ойошторасаҡ.

Быйыл 4 ноябрҙәге Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар онлайн режимда үтәсәк. Был ғәмәл, ил халҡына бығаса булмағанса интернет-челендждарҙа һәм флешмобтарҙа берләшеү мөмкинлеген бирәсәк. Шулай итеп, байрам атамаһы тағы ла ҙурыраҡ символик әһәмиәткә эйә буласаҡ.
3 ноябрҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ, ул “Сәнғәт берләштерә” девизы аҫтында үтәсәк.
Театрҙар, филармониялар, китапханалар һәм музейҙар тура трансляциялар, онлайн-концерттар, виртуаль экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ойошторасаҡ. Тулыраҡ программа Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡуйылған ( https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/316..)
2-4 ноябрҙә Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни, милли-мәҙәни үҙәктәр социаль селтәрҙәрҙә “Тәмле, милли” кулинар флешмобын уҙғара (#ВкуснонациональноБашкоротостан).
Уның үҙенсәлеге шунда: билдәле шәхестәр төрлө тәмлекәстәр бешереп ҡыуандырасаҡ.
4 ноябрҙә Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ-бейеүҙәре дәүләт ансамбле “Тикток” селтәрендәге #Танцуютвсе Бөтә Рәсәй флешмобына ҡушыласаҡ. Шулай уҡ балалар һүрәттәре буйынса #Сильныеединые акцияһы ла үткәрелә.
2-4 ноябрҙә популяр артистар, Башҡортостандағы төрлө милләт блогерҙары социаль селтәрҙәрҙә Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғырын уҡыясаҡ (#Поэзией Едины, #МинРоссиянмын), әҫәрҙе һәр кем үҙ телендә тамамлаясаҡ.
Унан тыш, Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге М. Аҡмула исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, “Рәсәй – Минең тарихым” тарихи паркы менән берлектә онлайн түңәрәк өҫтәл ойошторасаҡ.
Фото: Олег Яровиков.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: