Бер кемде лә аямай был мәкерле вирус, уның хөкөмө алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ. Дәрәжәләрҙе лә, ҡаҙаныштарҙы ла һанға һуҡмай, аҙ ғына һаҡһыҙлыҡ күрһәткәндәрҙе аңдып ҡына торғандай ул. Яҡташыбыҙ йырсы Земфираның да коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы билдәле булды. Был хаҡта Mash телеграм-каналы хәбәр иткәйне.
44 йәшлек Өфө ҡыҙы табиптар күҙәтеүендә амбулатор шарттарҙа дауалана. Йырсы сир билдәләрен һиҙеү менән табиптарға мөрәжәғәт иткән, анализдар тапшырған. Белгес кәңәштәрен теүәл үтәй, мәкерле сирҙе тиҙерәк еңергә тырыша, тиҙәр. Уға һаулыҡ теләйбеҙ, яңы ижад емештәре менән беҙҙе ҡыуандырһын!
Әлеге ҡатмарлы эпидемиологик хәлдә һәр кемдең сәләмәтлегенә етди ҡарауынан, санитария-гигиена талаптарын аныҡ үтәүенән күп нәмә тора. Һәр ғаилә өсөн ауыр осорҙо юғалтыуҙарһыҙ, һыҙланыуҙарһыҙ үткәреү өсөн берҙәм тырышлыҡ, уяулыҡ һәм егәрлек кәрәк, ҡулдан килгәнде эшләргә, вирусты йоҡтороуҙан һаҡланырға тырышайыҡ.