Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Октябрь 2020, 17:12

"Хәмдүнә апай бик көткәйне..."

/

Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева бер ай элек, 72-се йәшендә вафат булғайны. Үҙе иҫән саҡта уның хаҡында китап әҙерләнгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырсы был йыйынтыҡты ҡулына ала алмаған.
Был хаҡта Бөтә донъя татарҙар конгресының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Гөлназ Шәйхи белдерҙе.
"Баҫманың сығыуын Хәмдүнә апай бик көттө. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡулына алыу насип булманы. Бер өлөшөн йырсы үҙе яҙҙы, икенсеһендә - ижадташ дуҫтарының фекерҙәре, теләктәре, өсөнсөлә иһә - матбуғатта донъя күргән яҙмалар", - тине Гөлназ Шәйхи.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормошо һәм ижадына арналған китап беҙҙең республикаға ла килеп етер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Фото: "Татар-информ" сайты.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/H-md-n-apay-bik-k-tk-yne-494970/
Читайте нас: