Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Октябрь 2020, 22:26

“Мин – Асҡын башҡорто!”

“Юлдаш” радиоһының “Яңы­лыҡтар” хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Арсаева

Кем беҙгә һәр көн иртән, иң тәүгеләрҙән булып, республикабыҙҙағы һауа торошо һәм тормошобоҙҙа барған өр-яңы яңылыҡтар хаҡында хәбәр итә? Әлбиттә, радио, аныҡлабыраҡ әйткәндә, Башҡортостан “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының “Яңылыҡтар” хеҙмәте. Бар матбуғат саралары кеүек, ул да үҙенең тыңлаусыһына хеҙмәт итә. Ә уның етәксеһе Зөһрә Арсаева иһә ике тиҫтә йылдан ашыу тормошон ошо үҙенсәлекле, серле радиоға арнаған.

Республикабыҙҙағы бик матур төбәктәрҙең береһендә – Асҡын районының Башҡортостан ауылында – тыуып үҫкән Зөһрә Арсаева. “Мин – ябай ауыл ҡыҙы. Үҙебеҙҙә баш­ланғыс мәктәп кенә булды. IV класҡа күрше Иҫке Ҡаҙансы ауылына уҡырға барҙыҡ. Ике ауыл араһы – биш километр. Көн һайын иртән ауылыбыҙ ҡыҙҙары һәм малайҙары йәйәүләп мәктәпкә йөрөйбөҙ, дәрестән һуң өйгә ҡайтабыҙ. Туҡтауһыҙ һалҡын ямғыр яуһа ла, көслө буран сыҡһа ла... Дәрес ҡалдырған саҡтар һирәк булды. Йәйәү йөрөү иһә үҙенә күрә бер сынығыу мәктәбенә әйләнгәндер”, – тип хәтерләй Зөһрә үҙенең мәктәптә белем алған йылдарын.

Бар башланғыстарға нигеҙ ғаиләлә һалына. Был хаҡта һәр кем яҡшы хәбәрҙар. Ә Арсаевтарҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала үҫкән. Зөһрәнең атаһы Фәнил ағай гәзит хәбәрсеһе була. Бер ваҡыт яҙмыш елдәре уны Бөрйән яҡтарына илтә. Тап ошо райондың Ҡыпсаҡ ауылында ул Менәүәрә исемле бик матур ҡыҙға ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешәләр, Асҡын районының Башҡортостан ауылына ҡайтып төпләнәләр. Алыҫ яҡтан килеп, ауыл кибетендә һатыусы булып эшләгән киленде бик тиҙ үҙ итәләр, хөрмәт итәләр. Әйткәндәй, башҡа ғаиләләрҙән айырмалы, ҡыҙҙың әсәһе менән атаһы киң матбуғат баҫма­ларын ҡосаҡ-ҡосаҡ яҙҙырып уҡыр булған.

“Атайым республикала сыҡҡан бихисап гәзит-журнал алдырыр ине. Беҙ “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”), “Пионер” (“Аманат”), “Ағиҙел”, “Башҡортостан”, “Йәшлек” кеүек гәзит һәм журналдарҙы уҡып үҫтек. Татарстанда сыҡҡан киң матбуғат сараларын да яҙҙырып ала инек. Өйөбөҙҙә әҙәби, шулай уҡ әкиәт китаптары күп булды. Улар ҙа кешене рухи йәһәттән үҫтерә, байыта, – тип хәтер ептәрен сисә Зөһрә. – IX класта уҡығанда “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе” таныҡлығын тапшырҙылар.

Әйткәндәй, баҫманың ул йыл­дарҙағы баш мөхәррире Ғималетдин Яруллин – беҙҙең район кейәүе. Ғималетдин ағайға сикһеҙ рәхмәт­лемен. Уны уҡытыусыларымдың береһе тип иҫәпләйем. Университет­тың I һәм IV курстарында “Йән­шишмә”лә практика үттем. Уның кәңәш-тәҡдимдәре бөгөнгө эшемдә лә ярҙам итә”.

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә белем алғанда стена гәзиттәрен сығарыуҙа ла әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙға “Йәш хәбәрсе” тигән таныҡлыҡ та тапшы­рылғас, уның күңелендә киләсәктә мотлаҡ журналист булам тигән уй-маҡсат оялай. “Беренсе урын. Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе уҡыусыһы Зөһрә Арсаеваға тапшырыла...” Танылған ғалим, фольклорсы Салауат Галиндың ҙур сәхнәнән әйткән ошо һүҙҙәрен бер ҡасан да онотмайым. Был ваҡиға 1992 йылда булғайны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында еңеү яулағайным, – ти Зөһрә Арсаева. – Ярыш Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында үткәрелгәйне. Бүләкләү тантанаһы ла шунда уҡ ойошторолғайны. Ошо еңеү ҡанаттарымды тағы ла нығыта төштө. Башҡорт дәүләт универси­тетының журналистика һәм филология факультетына уҡырға барасағыма шикләнмәй инем инде...”

Һәм мәктәп йылдарында ҡайҙа барһа ла, нимә күрһә лә, уларҙы ҡағыҙға теркәргә һәм яҙмаларын төрлө гәзит редакцияларына ебәрергә күнегеп китә ҡыҙ. Һөҙөмтәлә мәктәпте тамамлағанда уның мәҡәләләре бер альбомлыҡ тупланған була. Тап бына ошо яҙмалары менән ул бала сағынан белем алырға тип хыялланған Баш­ҡорт дәүләт университетының баш­ҡорт филологияһы һәм журналис­тикаһы факультетына йүнәлә. Яҙмыш уға юлын аса: имтихан-конкурстарҙы уңышлы үткән Зөһрәнең ҡасандыр буй етмәҫлек тойолған маҡсаты бойомға аша. Шулай итеп, ҡыҙ студенттар тормошо менән ҡайнап йәшәй башлай. “Башҡорт дәүләт университетынан һуң “Юлдаш” радиоһына эшкә барҙым. Бөгөн дә ошо радиола хеҙмәт итәм. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында эшләүемә быйыл – 22 йыл”, – ти Зөһрә Арсаева.

Эйе, ике тиҫтә йылдан ашыу элек ҡыҙ үҙен радиожурналистикала күр­геһе килә. Бәхеткә күрә, ул саҡта сәйәси-ижтимағи “Даирә” тапшырыуын эфирға сығарған Тәнзилә Үлмәҫбаева төрлө заданиелар биреп һынап ҡарай ҡыҙҙы. Һынауҙарҙы бик уңышлы үткәс, Зөһрә Башҡортостан радиоһына эшкә алына. Уның “Мәнфәғәт”, “Хәбәрсе яҙмалары”, “Асыҡ студия”, “Йәнтөйәк”, “Башҡортостанда эшләнгән” тапшы­рыуҙарын радио тыңлаусылар йылы ҡабул итә.

Хәҙер Зөһрә Арсаева – “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының “Яңылыҡтар” хеҙмәте етәксеһе. Башҡортостаныбыҙҙа барған барлыҡ яңылыҡтарҙы халыҡҡа дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында еткереү өсөн яуап бирә. Бынан тыш, халыҡ хәбәрселәре лә үҙҙәрен борсоған яңылыҡтар менән сығыш яһай. “Атайым тураһында ла һөйләйем” тигән тапшырыуҙың авторы ла Зөһрә Арсаева.

Шуныһы һөйөнөслө: эше лә, тормошо ла бер кимәлдә матур үрелеп бара Зөһрәнең. Тимәк, ваҡытты ла, эште лә дөрөҫ бүлә ул. “Радиола эшләгәндә кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшем – курсташым Рафиҡ Әх­мәтшин. Ул – Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе, – ти Зөһрә. – Мортаза исемле улыбыҙ, Фатима исемле ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Еңеү­ҙәрем, уңыштарым да радиолағы хеҙмәттәрем өсөн. Әйткәндәй, радио күп кеше менән таныштырҙы, осраштырҙы. Ул – йәшәү мәғәнәм, яҙмышым, тормошом. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен”.

Татыу ғаилә Өфө районының Карпов ауылындағы шәхси йортта йәшәй. Көн һайын таң менән улар эшкә һәм уҡырға баш ҡалаға юллана. Әммә Зөһрә бер ҡасан да тыуған ерҙәрҙең ни тиклем ҡәҙерле һәм һәр баш­ланғыстарҙың нигеҙе икәнлеген онотмай. “Мин – Асҡын башҡорто! Бында бик ихлас, киң күңелле, уңған һәм тырыш халыҡ йәшәй. Беҙҙең яҡтың һөйләше лә үҙенсәлекле бит. Әҙәби телгә бик яҡын, әммә “с” урынына – “ч” хәрефе, “һ” урынына “с” хәрефе менән һөйләшәбеҙ. Иптәшем Рафиҡ Әхмәтшин – Белорет районының Аҙналы ауылынан. Балаларыбыҙ Асҡын башҡорттарының төньяҡ-көнбайыш диалектын да, Белорет һөйләшен дә берҙәй яҡшы белә”, – ти ул.

Бала саҡтан ҡуйған уй-маҡсат­тарыңа тоғро ҡалыу, тырышлыҡ, уңғанлыҡ кеүек сифаттар Асҡын ҡыҙына үҙенең яратҡан эшең менән шөғөлләнеү генә түгел, ошо өлкәлә төрлө ҡаҙаныштарға ла юл асҡан.

Хәҙер “Юлдаш” радиоһының “Яңы­лыҡтар” хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Арсаева – Шәһит Хоҙайбирҙин исемен­дәге республика журналистар пре­мияһы, “Төрксой” халыҡ-ара мәҙә­ниәттәр ойошмаһының журналистар премияһы лауреаты.

Көн һайын Зөһрә Фәнил ҡыҙы һәм уның хеҙмәттәштәре әҙерләп хәбәр иткән яңылыҡтарҙы радио тыңлау­сылар көтөп ала. Шулай итеп, бала саҡ хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы, көн һайын яратҡан эшең менән шөғөлләнеү һәм һәр саҡ ҡәлғәң булыр ныҡлы, татыу ғаиләң барлығы үҙе ҙур бәхет түгелме?!


Автор: Айһылыу НИЗАМОВА
Читайте нас: