Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Октябрь 2020, 12:45

Радик Юлъяҡшин сәхнәнән китерме?

"Артист булып йоҡларға ятҡайным, кәңәшсе булып уяндым".

Мәғлүм булыуынса, иртәнге “Сәләм” тапшырыуында Радик Юлъяҡшин яңы вазифаға тәғәйенләнеүе һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
– Артист булып йоҡларға ятҡайным, кәңәшсе булып уяндым. Республика Башлығының мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре менән шөғөлләнергә тәҡдим итеүе мине ҡурҡытманы. Мин элек тә йәштәр менән эшләнем, хәҙер уны дәүләт кимәлендә башҡарырға кәрәк буласаҡ. Беренсе сиратта, башҡорт телен үҫтереү, йәштәр туған телендә һөшләшергә оялмаһын, үҙҙәренең балаларын өйрәтһен өсөн. Шулай уҡ башҡорт эстрадаһының сифатын камиллаштырыу, башҡорт йырҙарын бөтә донъяла ҡыҙыҡһынып тыңлаһындар өсөн уны яңы кимәлгә күтәреү менән шөғөлләнергә теләйем. Йәш артистарға ярҙам итергә кәрәк, тип иҫәпләйем һәм үҙемдең һәм башҡа коллегаларымдың тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙермен, – тип белдерҙе ул эфирҙағы телетапшырыуҙа.
Радик Юлъяҡшин үҙенең эшмәкәрлегендәге ҡайһы бер серҙәрҙе асып һалды тип әйтергә була. Мәҫәлән, ул “БЮТ”-та Беренсе каналдағы “Йондоҙҙар фабрикаһы”на оҡшаш телешоу булдырырға теләй, унда яңы йондоҙҙар балҡыясаҡ. Ул үҙенең йырсы карьераһын дауам итәсәге һәм сағыу сәхнә кейемдәрен рәсми эш костюмына алмаштырмаясағын белдерҙе.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: