Капиталь ремонт эштәре муниципаль район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарылған. Клуб эсе яҡтырған, йәмләнгән, тулыһынса яңы төҫ алған. Тыш яҡтан бина профнастил менән ҡапланылған, инеү һәм бүлмә ишектәре алыштырылған, фойела керамик плиткалар түшәлгән, яҡтыртҡыстар, сәхнә яңыртылған, иҫке ағас тәҙрәләр урынына яңы пластик тәҙрәләр ҡуйылған, тамашасылар залына яңы ултырғыстар, башҡа йыһаздар алынған. Ғөмүмән, ремонттан һуң мәҙәниәт усағын танымаҫлыҡ итеп үҙгәргән, тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты ауыл халҡы.