Билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров бынан өс йыл элек кино һөйөүселәрҙе “Өфөнән һөйөү менән" исемле тулы метражлы картинаһы менән ҡыуандырғайны. Фильм ысын мәғәнәһендә башҡорт кинематографына яңы һулыш өрҙө – ул прокатҡа сыҡҡас, кинотеатрҙарҙа урын булманы, кемдер картинаны маҡтаны, ә кемдәлер ул хатта кире тойғолар тыуҙырҙы. Һәр хәлдә, битарафтар юҡ ине.
Ошо көндәрҙә “Асҡарфильм” киностудияһы “Өфөнән һөйөү менән – 2” киноһы өҫтөндә эш башланыуын хәбәр итте. Күптәрҙә, әлбиттә, тәүге фильмдағы тарих дауам ителерме, тигән һорау тыуҙы.
“Яңы фильм – роадмуви жанрына ҡараған комедия. Ул күп балалы ғаилә, ғаилә ҡиммәттәре, үҙ-ара мөнәсәбәттәр, мөхәббәт хаҡында буласаҡ.
Фильмдың оҙаҡ ҡына эш өҫтөндәге исеме “Өфөнән һөйөү менән – 2” булып ҡала килде, әммә уның тәүге фильм менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Картина прокатҡа “Йыл ғаиләһе” исеме аҫтында сығыр моғайын”, – тиелә киностудияның Инстаграмдағы рәсми аккаунтында.
Әлеге мәлдә фильм төшөрөүгә әҙерлектәр бара, команда актерҙар йыйыу менән мәшғүл.