Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Август 2020, 11:28

“Һылыуҡай” бәйгеһендә ҡатнашҡың килһә

Ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ: “Һылыуҡай” башҡорт гүзәлдәре конкурсы быйыл Бөтә Рәсәй статусын алды һәм ил буйлап кастинг иғлан итә.

Ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ: “Һылыуҡай” башҡорт гүзәлдәре конкурсы быйыл Бөтә Рәсәй статусын алды һәм ил буйлап кастинг иғлан итә.

Һайлап алыу турҙары Рәсәй ҡалаларында һәм Башҡортостанда үтәсәк, унан һуң һылыуҡайҙар Өфөгә финалға саҡырыласаҡ. Еңеүсе ҡыҙ бәйгенең төп бүләге – автомобиль аласаҡ! Уны кон­курстың генераль партнеры, “Лада” автомобиле дилеры “Луидор” салоны тәҡдим итә.

Бәйгелә 16 йәштән 25-кә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Улар кейәүгә сыҡмаған, быға тиклем рәсми никахта тормаған, балаһыҙ һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барған булырға тейеш. Ҡыҙҙарҙың башҡортса һөйләшә белеүе шарт, шулай уҡ тышҡы ҡиәфәттәренә талаптар бар: тәбиғи сибәрлек һәм һөйкөмлөлөк, 165 сантиметрҙан кәм булмаған буй оҙонлоғо, һомғоллоҡ. Сәхнәлә үҙ-үҙеңде тота белеү, фотография һәм телевидение аша матур күренеү ҙә баһаланасаҡ.

Конкурсты республиканың Мә­ҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “MTVmix” холдингы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора.

Бәйге өс этапта уҙасаҡ. Беренсе төбәк турында кастингтар быйыл сентябрҙән ноябргә тиклем Рәсәй төбәк­тәрендә һәм Башҡорт­остан­дың муниципалитеттарында ойошторола. Унда еңгән ҡыҙҙар Өфөгә финал турына саҡырыласаҡ.

Икенсе этап – финал һайлау туры 7 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк. Икенсе этапта ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Финалға үткән ҡыҙҙар өсөн белгестәр хореография, вокал, актер оҫталығы, подиум хореогра­фияһы, визаж буйынса дәрестәр биреләсәк, костюмдар һайлауҙа ярҙам күрһәтеләсәк.

Өсөнсө этап – конкурстың финалы, ул 3 декабрҙә үтә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 289-66-47 – Эльза Марат ҡыҙы Таныбаева, 8 917 369 99 99 – Евгения Петровна Машко, 8 917 379 38 72 – Айгөл Илгиз ҡыҙы Үтәгәнова. Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн заявканы [email protected] электрон адресына “Һылыуҡай-2020” тигән билдә менән ебәрегеҙ.
Автор: Ә. ӘЙҮПОВА
Читайте нас: