Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Август 2020, 11:01

“ВАТАН” паркы нисек үҙгәрер?

*

29 августа, 12.10 сәғәттә баш ҡалала “ВАТАН” паркы биләмәһендә яңырыу” темаһына воркшоп үтәсәк. Ул “Перспектива’20” Бөтә Рәсәй йәш архитекторҙар фестивале сиктәрендә уҙғарыла.
Сараның кураторы – Юлиә Рәсүлева, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты, профессор, архитектур композициялар өлкәһендә бихисап фәнни-тикшеренеү һәм уҡытыу-методик эштәрҙең авторы, республикалағы проект семинарҙары етәксеһе, Рәсәйҙең Архитекторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы.
Йәш архитекторҙарға “Перспектива” фестиваленең конкурс проекттарын анализлау тәҡдим ителәсәк. Улар ”ВАТАН” этнопаркының концепцияһына бәйле.

“Концепция булдырыр өсөн авторҙарға хәлдең тәүге үҙторошона үтеп инергә, уны тойорға, күңеле аша үткәрергә кәрәк. Башҡаса әйткәндә, һәр концепция артында активтарҙы, ҡеүәттәрҙе, биләмә проблемаларын үҙенсә күреү һәм тойомлау тора. “ВАТАН” паркын ситтән килгән йәш архитекторҙар нисек күреүен дә аңлау зарур, сөнки күпселек проекттар Өфө архитекторҙарыныҡы түгел. Һүҙ Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн айырым мәғәнәгә эйә булған урын тураһында барғанда, был бигерәк тә мөһим”, – ти осрашыуҙы ойоштороусылар.
Воркшопта ҡатнашыусылар проекттағы биләмәне ҡунаҡтар күҙлегенән күреү һәм баһалауҙы асыҡлау, формалаштырыу һәм һүрәтләү тәжрибәһе аласаҡ һәм үҙенсәлектәрҙе уртаға һалып тикшерәсәк.
Сара баш ҡаланың Чернышевский урамы, 88 адресы буйынса “Арт-КВАДРАТ” үҙәгендә үтәсәк. Сарала ҡатнашыу өсөн www.moscowarch.timepad.ru/event/1409017/ һылтанмаһы буйынса теркәлеү үтеү зарур.
Фестивалдең рәсми сайты - www.perspektivafest.ru.
Фото: этнопаркироссии.рф
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: