Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Август 2020, 11:12

Сибайҙы ниндәй арт-объекттар биҙәр?

Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡаланың 65 йыллығына арналған үҙенсәлекле конкурс үтте.

Зауыҡлы биләмәләр йылында Сибайҙа ҡаланың 65 йыллығына арналған тәүге “ART-прорыв” конкурсы үтте.
Унда ҡатнашыусыларға ҡаланы биҙәйәсәк арт-объекттар эшләргә тәҡдим иттеләр. Сараны урындағы хакимиәттең мәҙәниәт бүлеге һәм Йәштәр эштәре буйынса комитеты ойошторҙо.
Конкурста мәктәп, балалар баҡсалары, колледж, ҡала технопаркы, “Ғаилә” социаль ярҙам үҙәге, художество мәктәбе, “Алға, Сибай!” йәмәғәт ойошмаһы командалары ҡатнашты. Комиссия металдан, ағастан, таштан, пластиктан яһалған 33 арт-объектты баһаланы. Беренсе урынға “Тарих сәғәте” композицияһы, икенсегә – “Тимер бәүелсәк”, өсөнсөгә иһә “Баһадир ҡалағы” лайыҡ булды.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: