Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Август 2020, 11:33

Дуҫлыҡ сағылышы булып һәйкәл ҡалҡты

Ҡазанда бөйөк шағирыбыҙҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелде.

Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге скверҙа Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Тантанала Татарстан һәм Башҡортостан етәкселәре – Рөстәм Миңлеханов менән Радий Хәбиров ҡатнашты.

Скульптура Урал тауҙары һикәлтәһендә ултырған шағирҙың фигураһын үҙ эсенә алған ҡат­марлы композицияны кәүҙәлән­дерә. Дөйөм хаҡы – 45 миллион һум. Һәйкәлдең авторы – илдең Рәссамдар союзы рәйесе, Рәсәй­ҙең халыҡ рәссамы, скульптор Андрей Ковальчук. Ул Татарстан Президентының рәхмәтенә лайыҡ булды һәм Башҡортостандың дәүләт наградаһын – Халыҡтар дуҫлығы орденын алды.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәйкәл ике республиканың Рәсәй файҙаһына сәскә атыуы һәм үҫеше символы буласаҡ.
– Ҡазан үҙәгендә Мостай Кәримгә һәйкәл асыу – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Мостай Кәрим һәр саҡ рухи остазыбыҙ булды. Ул Татарс­танды яратты һәм ике туған­даш халыҡтың дуҫлығын һәр саҡ хупланы. Рөстәм Нурғәле улы, ошо һәйкәлдең асылыуын Башҡорт­остан менән Татарстандың ҡаҡ­шамаҫ дуҫлығы, беҙҙең аралағы ысын ир-егеттәр дуҫлығы символы итеп иҫәпләргә рөхсәт итегеҙ, – тине ул.

– Былтыр, Башҡортостанға 100 йыл тулған осорҙа, беҙ Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асҡай­ныҡ. Быйыл иһә Татарстанға 100 йыл тула. Бөгөн халыҡтарыбыҙ өсөн йәнә шатлыҡлы ваҡиға, башҡорт әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, исем-шәрифе Рәсәй һәм донъя әҙәбиәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған Мостай Кәримгә һәйкәл асабыҙ. Мостай Кәримдең әҫәр­ҙәре тәрән мәғәнәһе, ихласлығы, тел байлығы, милли башҡорт калориты менән һәр саҡ айырылып торҙо, – тине Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, ҡу­наҡтарҙы сәләмләп.

Ул Радий Хәбировты ике республика араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙе нығытыуға тос өлөш индер­гәне өсөн ТАССР-ҙың 100 йыллы­ғына арналған миҙал менән бүләкләне.

Шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов олатаһының Татарстанға һөйөүе бала саҡтан, Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын тыңлағанда уҡ тыуыуы тураһында һөйләне.

– Ҡазан уның өсөн һәр саҡ һөйөклө ҡала булды. Хәсән Туфан, Риза Ишморат, Ғариф Ахунов, Сара Садиҡова, Роберт Миңнул­лин һәм башҡалар уның яҡын кешеләре ине. Татарстандың беренсе Президенты Минтимер Шәймиев менән дә ҙур дуҫлыҡ бәйләне уны. Татарстан һөйөүгә һөйөү менән яуап бирҙе. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеха­новҡа, скульпторға, архитек­тор­ҙарға ғаиләбеҙ исеменән рәхмәт. Мостайҙың йөҙө әүәлгесә берҙәм мәҙәни киңлектең, туғандаш ха­лыҡтар араһындағы бер-береһенә сикһеҙ һөйөү билдәһе булып ҡалһын, – тине Тимербулат Кәримов.


Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА
Читайте нас: