Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Август 2020, 12:28

Баймаҡта - Татарстан вәкилдәре

"Шәхес тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!"

"Һаҡмар" гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова хәбәр итеүенсә, Татарстан Хөкүмәте вице-премьеры Вәсил Шәйхрәзиев һәм күрше республика делегацияһы ошо көндәрҙә Баймаҡ районында булды.
"Уларҙың маҡсаты башҡорт һәм татар драматургы, журналист Мирхәйҙәр Фәйзиҙең Матбуғат йорто алдында урынлашҡан бюсына сәскәләр һалыу һәм әҙиптең ҡәберен күреү ине. Мирхәйҙәр Фәйзи Граждандар һуғышы ваҡытында Юлыҡ ауылына күсеп килә. Унда, артабан Темәстә йәшәп, "Ҡыҙыл Урал" гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша, ошонда уҡ "Ҡыҙыл Йондоҙ" пьесаһын тамамлай. Юлыҡта саҡта башҡорт һәм татар драматургияһының алтын фондына ингән "Ғәлиәбаныу" пьесаһын ижад итә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Мирхәйҙәр Фәйзи Баймаҡта йәшәй. Ул - ике тиҫтәгә яҡын пьеса ("Аҫылйәр", "Йәштәр алдатмайҙар", "Аҙашҡан күңел", "Тәҡдирҙең шаярыуы", "Ҡыҙғаныс" һ.б.), бик күп шиғыр, йыр һәм хикәйә авторы. 1928 йылда, ни бары 36 йәшендә, вафат булған әҙипте баймаҡтар ҡәҙерләп, ул ваҡытта Ленин урамында урынлашҡан ҡала паркында ерләй.

Татарстан ҡунаҡтары баймаҡтарға Мирхәйҙәр Фәйзиҙең ижадын, уның тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлағаны өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе".
Фото: Гүзәл Сәлихова.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: