Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Август 2020, 13:09

Ниһайәт, Вилли Радикка яуап бирҙе

"Йырҙарымды лейблға үҙем бирҙем. Ә бына ҡушаматым..."

Концерттар ҡуймаған, гастролдәргә йөрөмәгән артистар барыбер үҙҙәре тураһында оноттормай. Интернет аша низағлашып булһа ла тамашасыһының “күңелен аса”. Әлеге ваҡытта беҙ Элвин Грей менән Вилли һәм Гөлназ Асаева араһында сыҡҡан талашты “күҙәтәбеҙ”. Дөрөҫөрәге ошоға тиклем бергә эшләгән егеттәр үҙ-ара көс һанаша, тик ҡатын-ҡыҙ “ҡыҫылмай” ҡаламы һуң инде?
Яңыраҡ Гөлназ Асаева менән никахҡа ингән Вилдан Шәмсетдинов (Вилли) “Элвин Грей” лейблынан сығыуы һәм үҙенең азат кеше булыуы тураһында иғлан итте. Радик та был осраҡта шым ҡалманы. Ул Виллиға йырҙарын башҡарырға, Вилли ҡушаматы аҫтында сығыш яһамаҫҡа ҡушты. Концерт ойоштороусыларын киҫәтеп тә ҡуйҙы: бының өсөн 5 миллион һумға тиклем штраф көтөлә.
Егеттәр араһындағы низағҡа Гөлназ дә үҙ фекерен белдереп, “эттәр менән эт булмайбыҙ” тине. Һәм бына ниһайәт Вилли ла шым ҡалыуын боҙоп, өндәште.
“Миңә һорауҙар булмаһын өсөн бер аҙ аныҡлыҡ индергем килә. Вилдан Шәмсетдиновҡа концерттарҙа уның репертуарын башҡарыу тыйыла тинеләр. Быныһы эйе. Был нормально. Мин быға әҙер инем, сөнки мин үҙем йырҙарымды лейблға бирә инем. Булды, быныһын аңланығыҙ. Ә бына Вилли псевдонимы миндә лейблға тиклем дә бар ине”, – тип яҙҙы ул Инстаграмда.
Хәҙер Радик нимә тейер? Был “алышты” бергәләп күҙәтеп барайыҡ.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: