Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Август 2020, 22:13

Йәшәй әле башҡорт моңдары

"Йәшәй әле башҡорт моңдары" тип аталған бәйге һөҙөмтәләре буйынса 18 йәшкә тиклемге балалар араһында Гран-приға Әбүбәкер ауылынан Айһылыу Байрамғолова лайыҡ булды. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Степной ауылынан Көнһылыу Ҡоланбаева 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы. Ансамблдәр араһында Әбүбәкер ауылынан “Ҡара юрға” ирҙәр ансамбле 3-сө дәрәжә лауреат исеменә эйә булды. “Йырҙы бейеү менән иң яҡшы оҙатыу” номинацияһында Ғүмәр Ғәлимов (Степной), “Йырҙы күңелгә бирелеп башҡарыу” номинацияһында “Ләйсән” ансамбле (Степной), “Иң яҡшы костюмлаштырылған номер” номинацияһында “Бүләк” ансамбле (Әбүбәкер) билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!!!

Ырымбур өлкәһендә “Йәшәй әле башҡорт моңдары” тип аталған төбәк-ара онлайн-конкурс тамамланды. Ул Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамы менән ойошторолған. Бәйгелә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән башҡорт йырын башҡарыусылар ҡатнашты.
Видеояҙмаларҙы абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса 18 йәшкә тиклемге балалар араһында Гран-приға Әбүбәкер ауылынан Айһылыу Байрамғолова лайыҡ булды.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Степной ауылынан Көнһылыу Ҡоланбаева 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Ансамблдәр араһында Әбүбәкер ауылынан “Ҡара юрға” ирҙәр ансамбле 3-сө дәрәжә лауреат исеменә эйә булды.
“Йырҙы бейеү менән иң яҡшы оҙатыу” номинацияһында Ғүмәр Ғәлимов (Степной), “Йырҙы күңелгә бирелеп башҡарыу” номинацияһында “Ләйсән” ансамбле (Степной), “Иң яҡшы костюмлаштырылған номер” номинацияһында “Бүләк” ансамбле (Әбүбәкер) билдәләнде. Афарин!!!
Фото һәм видео:Ырымбур башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге.
Читайте нас: