Сибай ҡалаһында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары-2020" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Унда бөтәһе 183 видеояҙма ебәрелеп, шуларҙың 56-һы – 16 йәшкә тиклемге балалар, 93-ө – һәүәҫкәр башҡарыусылар, 36-һы – профессиональ йырсылар.
Үҙешмәкәр башҡарыусылар араһында Наилә Сөләймәнова “Башҡорт халыҡ йырын традицион башҡарыу өсөн” номинацияһында махсус приз менән бүләкләнә.
Балалар араһында Гөлдәр Аллабирҙина (уҡытыусыһы – Гөлназ Иманова) 1-се урынға лайыҡ була, ә Сәлим Ғөбәйҙуллин (уҡытыусыһы – Гөлназ Иманова) “Өмөт” номинацияһында еңеү яулай.